Сәй – бик файҙалы, антиоксиданттарға бай эсемлек. Әммә уны ла дөрөҫ эсә белергә кәрәк, ти белгестәр, уға ҡайһы бер аҙыҡтарҙы ҡушырға ярамай, тип аңлаталар.Антиоксиданттар йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына ыңғай тәьҫир итә, ҡайһы бер шештәрҙең үҫешен тотҡарлай, күреү һәләтен яҡшырта. Тик бөтә сәйҙәр ҙә хуш еҫле, файҙалы түгел, ти диетологтар. Сәй ҡыуағының өҫкө өлөшөнән йыйылған япраҡтарҙа туҡлыҡлы матдәләр ифрат күп. Ә ҡалған сеймал икенсе сортҡа ҡарай. Бәләкәй пакеттарҙағы сәй производствонан ҡалған ваҡланған япраҡ бөртөктәренән әҙерләнә. Хатта унда туҙан да булыуы ихтимал.
Диетологтар ҡайнар сәйгә бал һалып бутарға ҡушмай, сөнки юғары температурала балдың файҙалы үҙенсәлектәре юҡҡа сыға. Шулай уҡ һөттө лә күп һалырға ярамай. Баҡһаң, һөт антиоксиданттарҙы нейтралләштерә һәм ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлегенә кире йоғонто яһай икән.
Фото:
sunhome.ru