Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
28 Октябрь 2019, 18:37

Ҡышҡа – салат-ассорти

Баҡсанан мул уңыш йыйып алған хужабикәләр ҡышҡа әҙерләнеүҙе дауам итәлер. Ошо уңайҙан ябай ғына салат-ассорти рецебын тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!

Бының өсөн 20 кг помидор (йәшелдәре лә бара), 1 кг башлы һуған, 1,5 кг болгар боросо, 1 кг кишер, 1.5 кг ҡыяр, 100 гр тоҙ, 300 гр үҫемлек майы алына.


Йәшелсәләрҙең барыһын да турап, яҡшылап болғатып, ике сәғәт һалҡынса урынға ҡуйып торабыҙ, һуты сыҡҡас, талғын утта 40-45 минут бешерәбеҙ. Үҫемлек майы ҡойоп 15 минут тотҡандан һуң, банкаларға тултырып стерилләргә кәрәк.


Автор: Рисәлә ЙОМАҒОЛОВА.
Читайте нас: