Был салат өсөн 300 грамм тауыҡ ите, 100 грамм маринадланған ҡыяр, 1000 грамм бәшмәк (баллы бәшмәк), һуған, майонез алына.
Бешкән тауыҡ итен, бәшмәк, ҡыяр, һуғанды ваҡ ҡына итеп турайбыҙ. Шунан барыһын бергә ҡушып, майонез һалып болғатабыҙ. Өҫтөнә әнис һәм башҡа тәмләткес үләндәр һибеп бирергә мөмкин.