Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
20 Сентябрь 2019, 14:13

Иң тәмле ҡаймаҡлы торт

Иң тәмле ҡаймаҡлы торт

Ҡамыр өсөн ике йомортҡа, бер стакан ҡаймаҡ, бер стакан шәкәр ҡомо, бер сәй ҡалағы ҡамыр күперткес, стакан ярым он сиратлап һалына.


Һәр ингредиентты өҫтәгән һайын яҡшы итеп туҡырға. Блендер ҡулланырға ла мөмкин. Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп, яртыһына какао ҡушырға.


180 градус ҡыҙыулығындағы мейестә 20 минут бешерергә. Һыуынған корждарҙы сиратлап һалып, араһына мул итеп крем һөртөргә. Крем түбәндәгесә әҙерләнә: стакан ярым ҡаймаҡҡа бер стакан шәкәр ҡомо ҡушып, шәкәр иҙелгәнсе туҡырға. Өҫтөн шоколад онтағы һибеп биҙәргә мөмкин.
Читайте нас: