Ингредиенттар: бер килограмм ҡара миләш, бер стакан һыу, 1,5 килограмм шәкәр, бер-ике ус сейә япрағы, ике-өс әскелтем алма, ярты балғалаҡ лимон кислотаһы талап ителә.
Сейә япраҡтарын йыуып, эмаль кәстрүлгә һалырға ла һалҡын һыу ҡойоп ҡайнатырға кәрәк. Һуңынан уларҙы айырып алабыҙ. Килеп сыҡҡан төнәтмәнән сироп эшләнә. Уға миләште йыуып һалабыҙ. 20 минут ҡайнатҡандан һуң, ваҡланған алма менән лимон кислотаһы ҡушабыҙ, һәм әҙер булғансы утта тотабыҙ.
Ингредиенттар: Бер килограмм алма, бер килограмм шәкәр, ярты стакан һыу кәрәк.
Алманың татлыраҡтарын һайлап алып, йыуабыҙ, таҙартабыҙ, эреләрен ваҡлап турайбыҙ. Әҙер сиропҡа алманы һалабыҙ һәм үтә күренмәлегә әйләнгәнсе ҡайнатабыҙ. Хуш еҫле булһын өсөн ванилин йәки лимон ҡабығын ҡырып өҫтәргә була.