Бының өсөн 1 кг татлы борос, 1 кг помидор, 1 кг кишер, 1 кг һуған һәм тәмләткестәрҙән петрушка, укроп, йәшел һуған алына.
Йыуылған, таҙартылған кишерҙе эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ, помидор, борос, һуғанды шаҡмаҡлап турайбыҙ, уларға ваҡлап туралған тәмләткестәрҙе өҫтәйбеҙ. Туңдырыу өсөн тәғәйенләнгән полиэтилен пакеттарға ( 1 литрлыһы етә) һалабыҙ ҙа, ҡыҫып һауаһын сығарабыҙ. Пакет тышына онотмаҫ өсөн датаны ла яҙып ҡуйырға мөмкин. Самалап тотонғанда 1 пакет ике ҡабат бешереүгә етә. Бындай тәмләткесте ашҡа ла, икенсе блюдоларға ла ҡушырға була.