Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
23 Июль 2019, 12:28

Бөгөн һеҙҙең рецептар һандығына "Тәмлекәс" турамаһы

Аллабыҙҙың биргәненә шөкөр! Һәр көнөбөҙгә шатланып, барына ҡәнәғәт булып, юғына риза булып, иң мөһиме - күңел тыныслығында йәшәргә яҙһын һәммәбеҙгә)Шулай итеп бөгөн һеҙҙең рецептар һандығына "Тәмлекәс" турамаһы.

1 кг кәбеҫтә,

1 кг помидор,

1 кг кишер,

1 кг ҡыяр,

1 кг һуған,

1 кг татлы борос,

100 мл 9 % уксус,

150 мл шыйыҡ май,

3 аш ҡалағы тоҙ,

6 аш ҡалағы шәкәр кәрәк буласаҡ. Йәшелсәләрҙе һаламлап турайбыҙ ҙа 1 сәғәткә үҙ һутында ултыртып торабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас 10 минуттай бешереп алабыҙ ҙа стерилле банкаларға тултырып түңкәреп ҡуябыҙ. Араһында ҡыяр менән помидор ҙа тоҙлап өлгөрәбеҙ)))

Уңыштар теләйем)))


Фотолар ҙа, салат рецебы ла былтырғы, әйтеп ҡуяйым әле, әтеү ней зәрә шәпле бисә икән тип уйлап ҡуйырһығыҙ)))Ғәләмәт тәмле салат!!!

Читайте нас: