Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
19 Июль 2019, 13:49

Ҡарағаттан желе

Ҡарағаттан желе

Ҙур кәстрүлгә ярты литрлы банка менән һалҡын һыу ҡойорға, өс ярты литрлы банка шәкәр өҫтәргә, ике 0 ,5 литрлы банка ҡарағат һалырға.Һүрән генә утҡа ҡуйып, шәкәре ирегәнсе бутап торорға, төпрәһен ҡалаҡ менән йыйып алырға. Ҡайнап сығыу менән теүәл 5 минут ҡайнатырға ла, һүндерергә. Ҡайнатма башта шыйыҡ була, һуңынан ҡуйыра.


Автор: Зөһрә Йәһүҙина.

Фото: Т. АМАНОВ.

Читайте нас: