Йәнтөйәк
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
16 Июль 2019, 14:38

Ҡыяр тоҙлау, салат рецептары

Көҙҙөң мул уңышын йыйыр мәл етте. Хужабикәләр ҡайнатма, компот әҙерләп ҡуйғандан һуң, йәшелсәгә, бәшмәк тоҙлауға тотонасаҡ. Беҙ һеҙгә йәйҙең бер өлөшөн генә булһа ла банкаларға һалып ҡуйыу өсөн әҙерләүе еңел генә булған, ҡул аҫтындағы йәшелсәләр ҡулланылған рецептар тәҡдим итәбеҙ.

Лечо

3 кг өлгөргән помидор, 2 кг татлы борос, 3/4 стакан шәкәр ҡомо, 2 аш ҡалағы тоҙ.

Помидор менән боросто балдаҡлап турап, уға тоҙ менән шәкәр ҡомо ҡушырға. Ошо массаны 20 минут бешергәндән һуң, тиҙ генә тимер ҡапҡастар менән ҡапларға. Банкаларҙы стерилләп тормаһаң да ярай.


Йәшелсә тултырылған борос

1,5 кг борос, 500 г кишер, 300 г һуған, 500 г кәбеҫтә, үҫемлек майы, тоҙ, тәмләткестәр – үҙегеҙ теләгәнсә.


Маринад өсөн: 1,5 л томат һуты, ярты стакан шәкәр, ярты стакан үҫмлек майы, ярты стакан аш һеркәһе, тоҙ.

Боросто орлоҡтарынан таҙартып, йыуырға һәм ҡайнар һыу менән бешекләргә.

Эслек: кәбеҫтәне ваҡ ҡына итеп турарға, кишерҙе эре ҡырғыс аша үткәрергә, һуғанды балдаҡлап турарға, тәмләткестәр менән бутап, 7 минут тирәһе майҙа ҡыҙҙырырға. Эслек һыуынғандан һуң, уны боросҡа тултырып, һаҡ ҡына банкаларға һалырға. Һуңынан маринад әҙерләп, боростоң өҫтөнә ҡойорға. Банкаларҙы 20 минут стерилләп, ябырға.


Ҡыяр икраһы

4 кг ҡыяр, 800 г һуған, 1 кг кишер, 8 татлы борос, 2 кг помидор, 8 аш ҡалағы тоҙ, үҫемлек майы.

Ҡыярҙарҙың тышын әрсеп, эре ҡырғыстан ҡырырға, помидорҙарҙы ит турағыс аша үткәрергә. Боросто орлоҡтарынан таҙартып, шаҡ-маҡлап, һуғанды балдаҡлап турарға. Кишерҙе эре ҡырғыс аша үткәреп, һуған ҡушып, майҙа ҡыҙҙырырға. Һуңынан бөтә йәшелсәне лә бер банкаға һалып, тоҙларға һәм 40 минут тирәһе быҡтырырға.

Әҙер икраны эҫе килеш стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡас менән ябырға.


Маринадланған йәшел помидор


Йәшел помидорҙар, әсе борос, һарымһаҡ.


Маринад өсөн: 5 литр һыуға – 1 стакан тоҙ, 2 стакан шәкәр, 1,5 стакан аш һеркәһе, лавр япрағы, бөртөклө борос.

Йәшел помидорҙарҙы уртаға бүлеп, уларҙың һәр береһенә борос, ваҡланған һарымһаҡ һалырға, стерилләнгән банкаларға тултырып, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойорға ла 20 минут тоторға. Һуңынан һыуҙы түгеп, маринад ҡойорға һәм ябырға.


Тоҙло ҡыяр


Ҡыярҙарҙы, тәмләткестәр менән аралаштырып, банкаларға һалғандан һуң, өҫтөнә маринад ҡойорға. Һуңынан бер балғалаҡ аш һеркәһе өҫтәп, банкаларҙы ябырға. Ошондай уҡ ысул менән помидорҙы ла тоҙларға була.

Тәмләткестәр: ҡарағат япрағы, бөртөклө ҡара борос, лавр япрағы, һарымһаҡ, бөтнөк.


Маринад: 1 литр һыуға – 4 балғалаҡ тоҙ, 6 балғалаҡ шәкәр.


«Унға ун» салаты


10 баклажан, 10 борос, 10 помидор, 10 баш һуған, 10 бүлкәт һарымһаҡ, 3 аш ҡалағы аш һеркәһе, 2 аш ҡалағы тоҙ, ярты стакан шәкәр, 1 стакан үҫемлек майы.

Баклажан, помидор, һуған һәм боросто эре итеп турарға, бутарға, үҫемлек майы, тоҙ, шәкәр ҡомо өҫтәргә. Ошо массаны 20 минут ҡайнатырға, аш һеркәһе һалырға һәм тағы ла 10 минут ҡайнатырға.

Уттан алып, бер аҙ тотҡандан һуң салатты банкаларға бүлеп һалырға, 10 минут тирәһе стерилләргә. Ябырға һәм төрөп ҡуйырға.


Ҡыҙҙырылған баклажан


10 кг баклажанға – ярты литр 9 процентлы аш һеркәһе, 200 г һарымһаҡ, 200 г әсе ҡыҙыл борос, 500 г татлы борос, ярты литр үҫемлек майы, 1 стакан эре тоҙ, хуш еҫле бөртөклө ҡара борос, 10 лавр япрағы, петрушка.

Баклажандарҙы тоҙло һыуҙа йомшарғансы бешерергә, һуңынан уртаға бүлеп, ауыр әйбер аҫтына һалырға. 5 минуттан кире алып, яңынан дүрт өлөшкә бүлеп, ике яҡлап майҙа ҡыҙҙырырға, шунан ҙур һауытҡа һалып, һыуытырға.


Соус: татлы һәм әсе боросто ит турағыс аша үткәреп, тоҙ, аш һеркәһе, тәмләткестәр, ҡалған майҙы һалырға.

Баклажандарҙы банкаларға ҡатлап һалып, һәр бер ҡатҡа аҙыраҡ соус ҡойорға. Һуңынан ҡалған соусты банкаға ҡойоп, уларҙы 20 минут стерилләргә.


Ашҡабаҡ менән дөгөнән салат


12 кг ашҡабаҡты эре ҡырғыс аша үткәрергә, 1 кг помидорҙы өлөшләп турарға. 1 кг кишерҙе эре ҡырғыс аша ҡырырға, 1 кг һуғанды – балдаҡлап, 1 кг татлы боросто һаламлап турарға. Әсе борос менән һарымһаҡты иҙергә һәм 4 аш ҡалағы тоҙ, 1 стакан үҫемлек майы өҫтәргә.

Бөтә йәшелсәне бергә бутап, утҡа ҡуйырға, ҡайнап сыҡҡас, 2 стакан дөгө һалып, әҙер булғансы бешерергә. Иң һуңында 1 балғалаҡ аш һеркәһе өҫтәп, эҫе килеш банкаларға тултырырға.


«Тәмле» салаты


500 г фасолде бер сәғәт ярым тирәһе бешерергә. 2 кг баклажанды шаҡмаҡлап турағандан һуң, помидорҙарҙы ит турағыс аша үткәрергә. 500 г кишерҙе эре ҡырғыс аша үткәрергә, 500 г боросто ваҡлап турарға һәм 200 г һарымһаҡты иҙергә. Ошо массаға ярты стакан 9 процентлы аш һеркәһе һәм ике аш ҡалағы тоҙ, ярты литр үҫемлек майы ҡушырға. Бөтәһен дә бергә бутағандан һуң, бешкән фасолде өҫтәп, утҡа ҡуйырға.

Ҡайнап сыҡҡандан һуң 40 минут бешерергә һәм эҫе килеш банкаларға һалып, ябырға.


Болгарса ҡыяр


Маринад: 0,5 литр һыу, 4 аш ҡалағы аш һеркәһе, 4 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 2 аш ҡалағы тоҙ.

Бер литрлы банкаларға 1 баш һуған, 3 бүлкәт һәрымһаҡ, 5 бөртөк борос һәм һыйған тиклем ваҡ ҡыяр һалырға. Банкаларға маринад ҡойоп, 10 минут стерилләргә. Шулай уҡ тәүҙә ҡайнар һыу ҡойоп, уны түгеп, яңынан маринад ҡойоп эшләргә лә мөмкин. Был осраҡта банкаларҙы стерилләргә кәрәкмәй.


Наилә Имаева әҙерләне.



Читайте нас: