* Себештәр бер урынға өйөлөп ятһа, тимәк, уларға йылы етешмәй. Өйкөлөшкән себештәр бер-береһен тапай, аҫта ҡалғандарының хәле бөтөүе, тыны быуылыуы бар. Шуға күрә, үҫеп нығынып алғансы, ҡыҙыл лампа (инфракрасная лампа) ҡуйыу кәңәш ителә.
* Тауыҡ себештәре, ҡаҙ бәпкәләре ҡоро урынды ярата, өйрәк һыуға, дымға бирешеп бармай. Өйрәк бәпкәләренә емде лә һыулыраҡ әҙерләгеҙ. Ҡаҙ бәпкәләренә ойоған һөт килешеп етмәй, уларҙың аҙығын әсемәгән һөткә болғарға кәрәк.
* Ҙурайған (бер нисә аҙналыҡ) себештәр, бәпкәләр алһағыҙ, нимә ашап йәшәгәндәр, шуны дауам итегеҙ, яйлап үҙегеҙҙең аҙыҡҡа күсерегеҙ. Һатыуҙа бөтә төр ярмалар бар, әммә үҙегеҙ эшләп алһағыҙ – яҡшыраҡ. Мәҫәлән, ҡаҙ, өйрәк бәпкәләре өсөн бойҙай, һоло һәм кукурузды ваҡ итеп ярҙырып әҙерләнгән ҡатнаш аҙыҡ шәп буласаҡ.
* Себештәр янында һәр ваҡыт ҡом һәм таҙа көл торһон. Көл тауыҡ себештәре, бройлерҙарға һәр төрлө паразиттарға ҡаршы көрәш өсөн кәрәк, улар ваҡыты-ваҡыты менән көл ваннаһы ҡабул итергә тейеш.
* Ҡоштарҙың рационына витаминлы үләндәр – кесерткән, клевер, бәпембә, меңъяпраҡ һ.б. индерергә онотмағыҙ.
* Әгәр әлегә ҡош алмаған булһағыҙ, алған көндө үк профилактика йәһәтенән түбәндәге ҡатнашманы эсерергә мөмкин: бер стакан һөткә бер йомортҡа һарыһын һалып болғатығыҙ. Ошо шыйыҡсаға бысаҡ осонда ғына порошоклы антибиотик (тетрациклин йәки биомицин) һалып болғатығыҙ. Яҡшы итеп болғатҡас, пипетка ярҙамында һәр себешкә йәки бәпкәгә икешәр тамсы дарыу бирегеҙ.
Ҡош-ҡортоғоҙ имен, теүәл үҫеп китһен. Көҙгөһөн себештәрегеҙҙе һанап, ҡыуанып ултырырға яҙһын!
Сығанаҡ: https://haibh.ru/
https://shonkar.com/news/fay-aly-k-sht-r/2023-04-13/sebesht-r-aldy-y-my-3218601?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=13743478