Бындай форматта беренсегә ойошторлған фестивалдә районыбыҙҙан ғына түгел, күрше-тирәләрҙән дә умартасылар үҙҙәренең продукцияһын алып килгән.
«Баллы әйлән-бәйлән» ҙур концерт программаһынан тыш, байрам ҡунаҡтарын иң тәмле башҡорт балы һәм «Шәп умартасы» исеме өсөн тауыш биреү, йәш умартасылар өсөн түңәрәк өҫтәл, төрлө конкурстар, «Тыуған умарталыҡ» фотокүргәҙмәһе, балдан косметик битлектәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, халыҡ кәсептәре һәм дарыу үләндәре күргәҙмә-йәрминкәһе ойошторолдо.
«Асҡын балы 2022» фестивалендә бал һәм ауыл хужалығы ихаталары ойошторола, унда бал, йәшелсә, емеш-еләк һатып алырға мөмкин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, августың икенсе йәкшәмбеһендә Башҡортостан умартасылары көнө билдәләнде. Быйыл ул календарь буйынса 14 августа билдәләнгән Медовый спас байрамы менән тура килде.
Наилә Имаева.