Бөтә яңылыҡтар
Йүнселдәр
18 Август 2022, 14:45

Асҡын балы — иң тәмле бал!

Бөгөн  «Асҡын балы - 2022» фестиваленә  килгән  мәртәбәле ҡунаҡтар  йәрминкәләге балды тәмләп ҡарап,  нәҡ шундай фекерҙе белдерҙе.  

Асҡын балы  — иң тәмле бал!
Асҡын балы — иң тәмле бал!

Бөгөн район хакимиәте  бинаһы алдындағы майҙан гөрләп торҙо. Бирелә ҙур ойошҡанлыҡ менән  «Асҡын балы - 2022»  фестивале уҙҙы. 

 Фестивалгә мәртәбәле ҡунаҡтар — «Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы буйынса консультациялау үҙәге» директоры Ирек Зөфәр улы Саҡаев, Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Ревнер Рәфит улы  Бәйтуллин, яҡташыбыҙ, тамырҙары менән Яңы Мутабаш ауылынан булған Башҡортостан Республикаһының “Алтын солоҡ” умартасылыҡ продукцияһын яҡлау һәм алға ебәреү төбәк-ара үҙәге” етәксеһе Марат Вафый улы Хәсәнов килде.   

Район  хакимиәте башлығы  Динис  Рәдис  улы Йосопов  барыһын да сәләмләгәндән һуң, уларҙың һәр береһе сығыш яһап, бөгөнгө көндә умартасылыҡтың   —  иң килемле шөғөл икәнлеген билдәләне һәм Асҡында, экологик яҡтан таҙа районда, нәҡ ошо тармаҡ өҫтөнлөклө булырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.  Башҡорт бал ҡортон һаҡлап ҡалыу өсөн бөгөн  республика  кимәлендә  күп эштәр башҡарылыуын да билдәләне белгестәр. Ошоға бәйле мөһим  мәсьәләләр бөгөн хакимиәт залында уҙған конференцияла ҡаралды.

Артабан Динис  Рәдис улы етәкселегендә ҡунаҡтар  Асҡын умартасылары һәм фестиваль ҡунаҡтары алып килгән   продукция менән танышты, умартасылар менән ихлас аралашты, иң оҫта умартасыны һәм иң  тәмле балды асыҡлауҙа  ҡатнашты.

Фестиваль  сиктәрендә    бал һәм ауыл хужалығы ихаталары  ҡоршалды, төрлө күргәҙмәләр эшләне,  һөнәрселәр  майҙансығы  һәм йәрминкә гөрләне.

Ә район Мәҙәниәт һарайы артистары һәм  районыбыҙҙың үҙешсән сәнғәт һөйөүселәре сағыу байрам концерты бүләк итте.

Ҡыҫҡаһы,  йәрминкәле фестиваль гөрләп  үтте.

Наилә Имаева.

Асҡын балы  — иң тәмле бал!
Асҡын балы  — иң тәмле бал!
Асҡын балы  — иң тәмле бал!
Асҡын балы  — иң тәмле бал!
Асҡын балы  — иң тәмле бал!
Асҡын балы  — иң тәмле бал!
Асҡын балы  — иң тәмле бал!
Асҡын балы  — иң тәмле бал!
Асҡын балы  — иң тәмле бал!
Асҡын балы  — иң тәмле бал!
Асҡын балы  — иң тәмле бал!
Асҡын балы  — иң тәмле бал!
Асҡын балы  — иң тәмле бал!
Асҡын балы  — иң тәмле бал!
Асҡын балы  — иң тәмле бал!
Асҡын балы  — иң тәмле бал!
Асҡын балы  — иң тәмле бал!
Асҡын балы — иң тәмле бал!
Читайте нас: