Нефтсе һөнәрен үҙләштергән йәш егет тыуған ауылына ҡайтып, икмәкхана асып, хеҙмәт юлын шәхси эшҡыуар булып башлап ебәрә. Бөгөн ул район халҡын тәмле, хуш еҫле икмәк, телеңде йоторлоҡ ҡамыр ризыҡтары менән ҡыуандыра.
Ниндәй генә магазинға барып инһәң дә, өлкәнерәк быуын вәкилдәре “Ҡушманаҡ икмәге” кәрәк ине, тип һайлап ала.
— Икмәк боронғо ысул менән сүпрәһеҙ, әсетке яһап бешерелә. Бөтә ингредиенттар бер ҡаҙанда буталып, ҡамыр баҫылып, әсетелә. Ҡамыр әҙер булғас, 750 грамлы тигеҙ өлөштәргә бүленә. Шунан һуң ҡамыр киҫәктәрен формаларға һалып, мейескә оҙаталар. Әҙер продукцияның ауырлығы 650 грамм тәшкил итә. Бешкән сағында ул 100 грамм ауырлығын юғалта. Көнөнә бер нисә йөҙ ҡара һәм аҡ икмәк бешерелә, — ти Әлфирҙең әсәһе, һөнәре буйынса аҙыҡ-түлек сәнәғәте технологы Илгизә апай.
Икмәкханала икмәктән тыш телеңде йоторлоҡ төрлө бәлештәр, пиццалар, ҡыҫтыбый, шәңгә һәм башҡа тәмлекәстәр бешерелә.
— Беҙ изге һәм файҙалы эш башҡарабыҙ — икмәк бешерәбеҙ. Ҡамыр ризығы тәмле булып бешһен өсөн, көсөңдө ҡыҙғанмаҫҡа, бөтә оҫталығыңды эшкә егергә кәрәк, шулай уҡ бөтә процесты контролдә тотоу зарур, — ти Эльфир Ғәлиев.
Өс кеше икмәк бешерә. Иртәнге биштә бирелә эш ҡайнай башлай. Һәр кем үҙенә йөкмәтелгәнде ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Әҙер продукцияны контейнерҙарҙан алып, тартмаларға тултырып, сауҙа нөктәләренә тараталар. Иртәнге сәғәт менән район үҙәгендәге “Ихлас”, “Гастроном”, “Радуга”, “Фермер” һәм “Һабантуй” магазиндары кәштәләре хуш еҫле, яңы ғына мейестән сыҡҡан ҡамыр ризыҡтары менән тулыландырыла.
Тәүлегенә 200 икмәк, 100-ҙән артыҡ табикмәк, бәлештәр бешерәбеҙ. Беҙҙең эштә иң мөһиме — технологияны һаҡлау һәм йыһаздарҙың төҙөк булыуы. Эшебеҙ еңелдән түгел, көнө буйына аяҡ өҫтөндәбеҙ, — ти ашнаҡсы-кондитер Таңсулпан Витковская.
Эльфирҙың уң ҡулы, ярҙамсыһы әсәһе алдағы пландары менән уртаҡлашты. Улар киләсәктә ҡамыр ризыҡтарының ассортиментын байытырға ниәтләй. Бирелә етештерелгән продукция көндөкө көнгә бөтөп бара. Улай ғына ла түгел, көндәлек һатыуға әҙерләнгән продукцияны оҙатҡас, икмәк бешереүселәр алдан алынған заказдарҙы әҙерләүгә тотона. Ҡушманаҡ ауылы халҡы ла бирегә икмәккә килә. Байрам табындарына ла ҡамыр ризыҡтарын заказ биреп бешертеп алалар.
Авторы: Гөлназ Хужина.