— Ҡайын еләген бик яратабыҙ. Шуға мин йыл да күп итеп йыйырға тырышам. Быйыл күберәге шәкәр бутап та, шәкәрһеҙ ҙә туңдырып ҡуйҙым. Шулай иткәндә төрлө ризыҡтар бешергәндә ҡулланырға була. Быйыл ҡунаҡҡа ҡайтҡан апайым Айгөлдө лә балалары менән алып барҙыҡ, — тип һөйләй Гөлфиә Зыятдинова.
Гөлфиә — аш-һыуға бик оҫта гүзәл зат. Ниндәй генә ризыҡтар бешереп яҡындарын һыйламай ул! Еләктән дә төрлө тәмлекәстәр әҙерләй. Зыятдиновтар ғаиләһендә өс бала үҫә. Камил 6-сы класты тамамланы, Самирға — биш, Зәйнәпкә ике йәш. Гөлфиә үҙе лә еләкле яландарға бай Яубүләк ауылында тәбиғәт байлыҡтарын бәләкәйҙән йыйып үҫкәнгә, малайҙарҙы ла үҙе менән еләккә йөрөтә. “Еләктең тәмен белеп, нисек үҫкәнен күреп, эшкә өйрәнеп үҫһендәр”, — ти хәстәрлекле әсә.