Йәнтөйәк
-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йүнселдәр
17 Май 2021, 11:55

Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары көс һынашты

11-13 майҙа Пермь ҡалаһында “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” Бөтә Рәсәй конкурсының ярымфиналы үтте. Унда Рәсәйҙең 26 төбәгенән 129 конкурсант ҡатнаша. Был мәртәбәле бәйгелә Асҡын районынан икенсе тапҡыр Булат Нафиҡов ҡатнашты.

Был Бөтә Рәсәй конкурсының маҡсаты – һөнәри мөмкинлектәрҙе асыу, яңы йолалар булдырыу, туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ өлкәһендә сервис һәм һөнәр абруйын күтәреү. Конкурсанттарҙың эшлекле һәм шәхси сифаттары төрлө яҡлап баһалана, улар төркөм менән һәм үҙ аллы аналитик бурыстарҙы хәл итә, үҙ проекттарын тәҡдим итә, саҡырылған эксперттар ҡатнашлығындағы белем биреү сараларында ҡатнаша.
— Республикабыҙҙың төньяҡ райондарынан мин бер үҙем ҡатнаштым. Беренсе көндө беҙҙең өсөн ҡала буйлап ҡыҙыҡлы экскурсия ойошторҙолар. Икенсе көндө иртәнән кискә тиклем проекттар яҡланыҡ. Минең проекттың исеме “Киләсәктең мобиль өйҙәре” тип аталғайны. Миңә уны төҙөүҙә тормош иптәшем Эльза ярҙам итте. Өсөнсө көндө конкурстар ойошторолдо, ҡатнашыусылар алдына проблема ҡуйыла һәм һәр кем үҙенең хәл итеү вариантын тәҡдим итергә тейеш. Быйыл был конкурста икенселәй ҡатнаштым, былтыр Өфөләге ярымфиналда мөмкинселектәремде һынап ҡарағайным. Шуға конкурс шарттары менән таныш инем. Быйылғы бәйгенән дә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар алып ҡайттыҡ. Төрлө өлкәлә эшләгән ҡыҙыҡлы кешеләр менән таныштым, үҙемде икенсе өлкәлә һынап ҡараным, — тип бәйгенән һәм сәфәрҙән алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты Булат Миңлемөхәмәт улы.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас: