Йәнтөйәк
-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йүнселдәр
29 Апрель 2021, 15:05

Ҡылғандары бары изгелек

«Кешеләрҙең эшле булыуын, балаларҙың бәхетле үҫеүен, яңы мәктәптәр төҙөлөүен теләйем», — ти Шамрат ауылынан Фәнил Юнысов.

Шамрат ауылына ингән саҡта ауыл исеме яҙылган аншлаг тора. Юлдың һул яғында ҡапҡалары менән футбол аҡланы йәйелеп киткән. Йәштәр гел уйнаган волейбол майҙансығы күҙ яуын алып тора. Унда тамашасылар өсөн урын, шулай уҡ ауыл урамы өсөн ғәҙәти булмаған балалар таусығы эшләп ҡуйылган. Быларҙың барыһын да Фәнил Нуриман улы Юнысов үҙ аҡсаһына эшләткән һәм уның ҡул көсө һалынған. Ғөмүмән, ауыл тормошондағы бер сара ла уның ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. Ул дан-шөһрәткә күнекмәгән, ләкин ул уға лайыҡ.
Ауыл тормошона битараф булмаған ошо кеше инициативаһы менән яңы ФАП, мәсет, аҫылма күпер төҙөлгән, юл ремонтланған. Шамрат ауылында 2015 йылдан ирле-ҡатынлы Фәнил һәм Альбина Юнысовтарҙың “Альфа” исемле ял базаһы эшләп килә. Планда — уларҙың базаны төҙөкләндереү эшен дауам иттереү һәм турист сервисын камиллаштырыу. Альбина сауҙа менән шөғөлләнә, уның үз кибете бар.
Люция Карамова.
Азат Рәхмәтуллин фотолары.
Читайте нас: