Бөтә яңылыҡтар
Йүнселдәр
8 Февраль 2020, 12:35

Һөйөнсө!

Ҡарткиҫәк ауылында тегеү цехын асыу тантанаһында мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.Тулыраҡ:

Кисә ҡарткиҫәктәр өсөн икеләтә ҡыуаныслы һәм иҫтәлекле көн булды. “Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабында ҡатнашыусы Ҡарткиҫәк ауылында, беренсенән, “Килен төшөрөү һәм һыу юлы күрһәтеү” йолаһы ҙур ойошҡанлыҡ менән юғары кимәлдә күрһәтелһә, икенсенән, нәҡ ошо сара башланыр алдынан яңы ғына үҙ эшен асыусы эшҡыуар Гүзәл Ғайнуллинаның тегеү цехы тантаналы асылды.
Сарала район хакимиәте башлығы Ришат Дихин һәм Асҡын үҙәк район дауаханаһы баш табибы Артур Ғалиуллин етәкселегендә баш ҡалабыҙҙан мәртәбәле ҡунаҡтар – Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникеева һәм Өфөнөң 17-се балалар клиник дауаханаһы баш табибы Азат Мөхәмәтйәнов, Ҡарткиҫәк ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ринат Миңлемөхәмәтов, район үҙәгенән килеүсе етәкселәр һәм ауыл халҡы ҡатнашты.

Ауылда буш торған бинаны ҡуртымға алып, үҙ көстәре менән ремонт яһай эшҡыуар. Гүзәл Ғлимхан ҡыҙы тегеү цехын асырға ярҙам итеүсе Ришат Марат улына рәхмәтле. Район хакимиәте башлығы үткәргән “Инвест сәғәте”ндә ҡатнашып, үҙенең күптәндән тегеү цехы асыу теләге барлығын әйтә. Һөҙөмтәлә Гүзәл Ғайнуллина “2019-2021 йылдарға Асҡын районында кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү” программаһы буйынса 300 һум күләмендә республика бюджетынан бирелгән ярҙамға тегеү машиналары һәм башҡа ҡорамалдар, тегеү кәрәк-яраҡтары ала.

Шулай Ҡарткиҫәк ауылында тегеү цехы эш башлай.

Был турала тулыраҡ киләһе материалда уҡырһығыҙ.

Наилә Имаева.

Марат Юнысов фотолары.

Читайте нас: