Йәнтөйәк
-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йүнселдәр
8 Февраль 2020, 14:10

“Хыялым тормошҡа ашты!”

Ҡарткиҫәк ауылынан Гүзәл Ғайнуллина өсөн тегеү килем сығанағы ғына түгел, ә күңел талабы ла.


- Тегенергә оҫта ҡуллы өләсәйемдәрҙән өйрәндем. Бала саҡтан тегеүсе булырға, тегеү цехы асыу тураһында хыяллана инем. Мәктәпте тамамлағас, тәүҙә Ҡазанда лицейҙа уҡып, тегеү серҙәрен үҙләштерҙем. Ул саҡтарҙа үҙемә кейемдәр тегеп кейә инем инде. Дуҫ ҡыҙҙарым матур күлдәктәремде күреп, заказ бирә торғайны. Шулай ул әкренләп тегеү менән ныҡлап шөғөлләнә башланым. Һуңыраҡ ауылдаштарым да кейемдәр тегеүгә, ремонтҡа заказдар бирҙе. Бына, ниһайәт, хыялдарым тормошҡа ашты, - тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Гүзәл Ғлимхан ҡыҙы.

Бөгөн цехта Гүзәл Ғлимхан ҡыҙының үҙе һымаҡ оҫта тегеүсе Роза апай Хаматова эшләй.Ул күп йылдар Ҡаҙахстанда тегеүсе булып эшләй. Ауылға ҡайтҡас, эш булмағанлыҡтан, өйҙә ултыра. Цех асылыуына ул да ҡыуана. Үҙҙәренә ярҙамға районыбыҙҙағы Башҡорт ауыл хужалығы һөнәрселек колледжында тегеүсе белгеслегенә эйә булған Рәзилә Ғарифуллинаны ла алғандар.

Гүзәл Ғайнуллина буш торған бинаны ремонтлап сығыуҙа ҙур ярҙам иткән атаһы Ғлимхан Ниғәмәтйәновҡа бик рәхмәтле. Тиҙ арала бергәләп ҙур эштәр башҡарғандар: электр үткәргестәрҙе алмаштырғандар, буяғандар, йылытҡандар. Хәҙер эш урыны яҡты, матур, иркен, йылы. Бина утын менән йылытыла. Шуға Гүзәл үҙе тегеүселәр килгәнсе иртә менән килеп, мейес яға, йылыта. Газ үткәреп булһа, эш күпкә еңеләйер ине, ти ул.

Яңы ғына эш башлауҙарына ҡарамаҫтан, тегеүселәр бик күпте өлгөргән. 400-гә якын төрлө размерҙағы һәм төҫтәге футболка, туникалар тегеп, әҙерләп ҡуйғандар. Был махсус заказ Өфө ҡалаһына оҙатыласаҡ. Нигеҙҙә барлыҡ продукция күмәртәләп һатып алыусыларға ебәрелә. Эшҡыуарҙың маҡсаты – киләсәктә тауар ассортиментын арттырып, Асҡында үҙ кибетен асыу. Гүзәл Ғайнуллина киләсәктә балалар өсөн мәктәп, спорт кейемдәре тегергә лә уйлай. “Балаларыма кейемде үҙем тегеп кейҙерәм”, - ти өс бала әсәһе.

Әйткәндәй, Гүзәл Ғайнуллина ауылдағы "Серҙәштәр" фольклор ансамбле апайҙарына һәм ағинәйҙәргә лә матур итеп милли күлдәктәр тегеп биргән.

Киләсәккә яҡты уйҙар, аныҡ маҡсаттар менән эш башлаусы Гүзәл Ғлимхан ҡыҙына уңыштар теләйбеҙ.

Наилә Имаева.

Марат Юнысов фотолары.



Читайте нас: