Бөтә яңылыҡтар
Йүнселдәр
6 Декабрь 2019, 11:20

Асҡын оҫталары - Өфөлә күргәҙмәлә

Кисә ВДНХ-ЭКСПО майҙансығында асылған "Өфө. Арт. Һөнәрселек. Сувенирҙар" күргәҙмәһендә райондаштарыбыҙ ҙа ҡатнаша.

Мәртәбәле сарала республикабыҙ ғына түгел, Рәсәйҙең 16 төбәгенән алтын ҡуллы оҫталар ҡатнаша. Улар араһында райондаштарыбыҙ Гөлсиәр Сәғитова менән Гүзәл Мөхәмәтйәнова ла бар. Уларҙың ижад емештәре – сағыу картиналары эргәһенән дә көн оҙоно кеше өҙөлмәй.
Байрамды республика сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев асып, һөнәрмәндәрҙе тәбрикләй. Төрлө фольклор һәм бейеү коллективтары үҙҙәренең йыр-моңдары менән биҙәне.
Күргәҙмәлә беренсе тапҡыр "Һөнәрселәр мәктәбе" ойошторола. Унда һәр кем күңеленә ятҡан шөғөлдө үҙләштереү өсөн оҫталар менән аралаша, эш нескәлектәрен өйрәнә ала. Ҡыйыуҙар иһә "Башҡорт шәле 2019", "Йыл һөнәрмәне 2019", "Йәш һөнәрмән", "Алтын ҡуллы оҫта" конкурстарында таһыллыҡҡа көс һынашасаҡ.
Күргәҙмә 8 декабргә тиклем дауам итә.
Читайте нас: