Сарала Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Рәмзил Низаметдинов, Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса башҡорт фәнни тикшеренеү үҙәге генераль директоры Әмир Ишемғолов, Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге директоры урынбаҫары Владимир Яковлев, Башҡорт фәнни ветеринария лабораторияһы директоры урынбаҫары Азамат Буканов, Башҡорт дәүләт аграр университеты профессоры Марат Ғиниәтуллин ҡатнашты.
Бал фестивале район Мәҙәниәт йорто ҡаршыһында әҙерләнгән күргәҙмәнән башланды. Бирелә райондың барлыҡ 13 ауыл биләмәһенән дә умартасылар килгәйне. Улар ҡунаҡтарға бал, умартасылыҡтың башҡа продукцияһын тәҡдим итте. Өҫтәлдәрҙә балдың ниндәйе генә юҡ ине. Уның һәр ҡайһыһын тәмләп ҡарау мөмкинлеге лә булды.
Сараның икенсе өлөшө район Мәҙәниәт йортонда эшлекле фекер алышыу форматында үтте. Хәҙерге заманда был тармаҡта проблемалар етерлек. Мәҫәлән, бал ҡорттарын һәләк итә торған гербицидтар, пестицидтар менән эшләгәндә хәүефһеҙлек сараларының ҡәтғи үтәлешен тәьмин итеү, бал ҡорттары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш, дауалау мөмкинлектәре һәм башҡалар. Әмир Ишемғоловтың сығышында ошолар асыҡ сағылыш тапты.
Район умартасылары ла үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты, борсоған мәсьәләләр буйынса һорауҙарын бирҙе. Мәҫәлән, Абзай ауылынан урмансы, һәүәҫкәр умартасы Илһам Хәкимов, Иҫке Мостафанан Гөлфирә Мусинаның сығыштары фәһемле булды.
Район хакимиәте башлығы Рөстәм Исхаҡов үҙенең йомғаҡлау сығышында Бал фестивален йыл һайын уҙҙырырға кәрәклеген билдәләне.
Сара башында ойошторолған күргәҙмәләргә лә йомғаҡ яһалды. “Иң матур өҫтәл” номинацияһында — Кәшкәләү ауыл биләмәһе, “Иң әүҙем ауыл биләмәһе башлығы” номинацияһында — Ҡузбай ауыл биләмәһе башлығы Роза Ғәбделхаҡова, “Иң күп төрлө бал продукцияһы” номинацияһында Әзәк ауыл биләмәһе лайыҡ булды. Ваныш ауыл биләмәһенән килгән Камил Әғзәмовтың балы иң татлыһы тип табылды. Еңеүселәргә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.