Йәнтөйәк
-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йүнселдәр
9 Август 2019, 12:25

Ағалы–ҡустылы Исламовтар “Ҡариҙел үләндәре” кооперативын ойоштора

Башҡортостанда ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативын үҫтереү программаһы эшләй. Ауыл ерендә килемде арттырыу буйынса проект та уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Ҡортлокүл ауылынан Илгиз Рәфис улы менән Шамил Илшат улы Исламовтар ошо проектта ҡатнашып, “Ҡариҙел үләндәре” тигән кооператив ойоштора. Дәүләт тарафынан бирелгән грант егеттәргә ҙур ярҙам була.

— Бөгөнгө баҙар иҡтисады шарттарын иҫәпкә алып, Шамил ҡустым менән уйланыҡ та, үҙебеҙҙең эште асырға ҡарар иттек. Эшҡыуарлыҡ йүнәлеше итеп дарыу үләндәре йыйып һатырға булдыҡ. Бының өсөн беҙҙә бөтә шарттар ҙа бар: экологик яҡтан таҙа районда йәшәйбеҙ, ауыл тирәләй урмандар, яландар, тик үләндәрҙе йыйыу, киптереү, һаҡлау технологияһын белеп, дөрөҫ эшкәртергә генә кәрәк, — тип эшҡыуарлыҡҡа яһаған тәүге аҙымдары тураһында һөйләне кооператив рәйесе Илгиз Рәфис улы.

Әлбиттә, тәүге аҙымдар еңел бирелмәй, ләкин ағалы-ҡустылы Илгиз һәм Шамил Исламовтар ҙа ауырлыҡтарға бирешә торғандарҙан түгел, килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеү юлдарын табып, маҡсаттарына ҡыйыу аҙымдар менән бара. Илгиз Рәфис улының был өлкәлә аҙмы-күпме эш тәжрибәһе булыуы ла бик ярап ҡала. Ул крәҫтиән-фермер хужалығы асып, өс-дүрт йыл мал аҫраған була. Әҙер итте һатыу, техника алыу һәм башҡа шундай мәсьәләләрҙе яңғыҙың йырып сығыуы ауыр икәнлеген аңлай шул саҡта.

— Мин быға тиклем дә шифалы үләндәр йыя торғайным, тик күпләп түгел. Шыршы тубырсыҡтары ла йыйып тапшырҙым бер нисә йыл. Шуға аҙмы-күпме был өлкәлә тәжрибә бар. Райондың мәғлүмәт-консультация үҙәгенән ауыл хужалығы кооперативын төҙөргә тәҡдим иткәс, туғандар менән кәңәшләшеп, ризалаштым. Республикабыҙҙың Ауыл хужалығы министрлығынан да ярҙам итеп тоҙолар. Башҡортостанда ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативын үҫтереү программаһы сиктәрендә ауыл ерендә килемде арттырыу буйынса проектта ҡатнашыу өсөн кәрәкле документтар йыйып тапшырҙыҡ. Тәүге этапты үтеп, кооператив булараҡ, икенсе этапта грант алыуға ирештек. Республика өс миллион һум кире ҡайтарылмай торған финанс ярҙам күрһәтте. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, ошо сумманың туғыҙ процентын һалдыҡ. Ошо аҡсаға ҡуртымға элекке колхоз идараһы бинаһын алып, капиталь ремонт үткәрҙек, үлән киптереү өсөн махсус мейес, үләнде ваҡлау өсөн һәм башҡа ҡорамалдар һатып алдыҡ. Шулай, шәхси ярҙамсы хужалыҡтар берләшеп, шифалы үләндәр йыйып, ошо сеймалды эшкәртеү менән әле шөғөлләнәбеҙ, — тип кооператив эшмәкәрлеге тураһында һөйләне Илгиз Рәфис улы.

Әҙер продукцияны рекламалау, һатып алыусыға тәҡдим итеү, сауҙаға сығарыу менән шөғөлләнеүсе Шамил Исламов та әңгәмәгә ҡушылды.

— “Ҡариҙел үләндәре”н халыҡҡа танытыу өсөн даими эш алып барабыҙ. Төрлө сараларҙа, күргәҙмәләрҙә ҡатнашабыҙ, баҙарҙарға сығабыҙ, эшҡыуарҙар менән бәйләнеш булдырабыҙ, ҡыҫҡаһы, үҙебеҙҙең продукцияны тәҡдим итәбеҙ. Кеше ҡыҙыҡһына, һораша. Әлегә тиклем бындай йүнәлештә эшләүсе булмағас, шикләнеберәк ҡараусылар ҙа бар. Беҙҙең бурыс — йәй һәм көҙ көндәрендә күберәк үлән һәм еләк-емеш йыйып киптереү. Ә ҡышын уларҙы әкренләп пакеттарға тултырып, һатыу мәсьәләһен хәл итәсәкбеҙ. Үҙебеҙҙең еребеҙ ҙә бар. Киләсәктә унда еләк, емеш ағастары үҫентеләре ултыртырға, ҙур һорау менән ҡулланған ҡайһы бер үләндәрҙе лә сәсеп үҫтерергә уйлайбыҙ. Халыҡ күберәк боланут (иван-чай), мәтрүшкә, ромашка, бөтнөк, мелисса һорай. Пландарыбыҙ бар, уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн тырышырға, эшләргә, берҙәм булырға кәрәк, — тип пландары менән дә бүлеште Шамил Илшат улы.

Бөгөн кооперативта 15 кеше эшләй. Кемдер үлән йыя, кемдер сменалап мейес яғып, температура режимын күҙәтеп тора, кемдер утын әҙерләй, кемдер кипкән үләнде ваҡлап, пакеттарға тултыра — һәр кем үҙ эше менән мәшғүл. Ең һыҙғанып, дәртләнеп эшкә тотонған Исламовтар был башланғыс менән генә туҡталып ҡалырға йыйынмай. Илһөйәр, йүнсел егеттәр яҡын киләсәктә эшҡыуарлыҡ эшен тағы ла бер нисә тармаҡ буйынса йәйелдереп ебәрергә ниәтләй. Заман менән бергә атлап, халыҡ һәм етәкселек менән уртаҡ тел таба белеүҙәре пландарын тормошҡа ашырырға этәргес булып тора. Тап шундай ҡыйыу, егәрле йүнселдәр — ауылдың, райондың киләсәге, ышанысы ла инде.
Читайте нас: