Бөтә яңылыҡтар
Йүнселдәр
2 Август 2019, 16:13

Ҡариҙел районынан Илгиз һәм Шамил Исламовтар “Ҡариҙел үләндәре” кооперативын ойошторған

Дәүләт тарафынан бирелгән грант егеттәргә ҙур ярҙам була.

Башҡортостанда ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативын үҫтереү программаһы эшләй. Ауыл ерендә килемде арттырыу буйынса проект та уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Ҡариҙел районы Ҡортлокүл ауылынан Илгиз Рәфис улы менән Шамил Илшат улы Исламовтар ошо проект буйынса грант алып, “Ҡариҙел үләндәре” тигән кооператив ойоштора.

— Бөгөнгө баҙар иҡтисады шарттарын иҫәпкә алып, Шамил ҡустым менән уйланыҡ та, үҙебеҙҙең эште асырға ҡарар иттек. Эшҡыуарлыҡ йүнәлеше итеп дарыу үләндәре йыйып һатырға булдыҡ. Беренсенән, беҙҙең район өсөн был яңы йүнәлеш, икенсенән, бының өсөн беҙҙә бөтә шарттар ҙа бар: экологик яҡтан таҙа районда йәшәйбеҙ, ауыл тирәләй урмандар, яландар, тик үләндәрҙе йыйыу, киптереү, һаҡлау технологияһын белеп, дөрөҫ эшкәртергә генә кәрәк.


Егеттәрҙең тәүге аҙымдарын нисек яһауы, бина табып, ҡорамалдар һатып алыуы, әкренләп үҙ һатып алыусыларын табыуы, киләсәккә ниндәй пландар ҡороуы хаҡында гәзитебеҙҙең 9 августа сығасаҡ 15-се һанында уҡый алаһығыҙ.
Читайте нас: