Быйыл фестивалдең форматы бер ни тиклем үҙгәртелгәйне. Быға тиклем ҡунаҡтар әҙер билмәндәрҙе ауыҙ итеп, иң үҙенсәлекле бөрөлгәндәренә тамаша ҡылыуҙан ары китмәһә, был юлы «Билмәндәр алышы» конкурсы иң сағыу сараға әйләнде. Унда ниндәй йәштә һәм ниндәй һөнәргә эйә булыуына ҡарамаҫтан, теләге булған һәр кем ҡатнаша алды. Ойоштороусылар билдәләүенсә, конкурс ғаилә бәйгеһенә әүерелергә тейеш. Сөнки билмән эшләүҙең үҙ йолаһы бар. Башлыса ҡышҡы кистәрҙә ғаиләнең барлыҡ ағзалары бергә йыйыла һәм яҡшы кәйеф менән тәмле билмәндәр яһай.
“Иң яҡшы билмән бешереүсе” исемен яулар өсөн Бөрө оҫталарынан тыш Октябрьский һәм Белорет ҡалаларынан, Ғафури районынан ашнаҡсылар килде. Улар сәғәт ярым эсендә ҡамыр баҫырға, эслек әҙерләргә һәм бөрөп өлгөрөргә тейеш. Шуныһы ҡыуаныслы, һигеҙ команда араһында Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы студенттарынан торған ике команда үҙҙәренең оригиналь асыштары менән уртаҡлашты. 24-се төркөм сит ил студенттары Гәүһәр Довлетова һәм Шатлыҡ Яздурдыева «54 беренсе» номинацияһында еңеүселәр тип табылды. Мекан Атамырадова менән Анна Лещева (41-се төркөм) «Билмәндәр алышы» конкурсында 3-сө урынға сыҡты.
Иң тәмле билмәндәрҙе республиканың кулинарҙар, рестораторҙар һәм отельерҙар ассоциацияһының тәжрибәле жюри ағзалары һәм тамашасылар билдәләне.
Шул уҡ ваҡытта Октябрь майҙанында халыҡ гөрләп торҙо. Сауҙа нөктәләрендә оҫталар үҙҙәренең ҡул эштәрен тәҡдим итте.
Аш-һыу фестивале билмәнһеҙ булмай, әлбиттә! Ҡунаҡтар һигеҙ билмән етештереү цехы әҙерләгән тәмлекәстәрҙе ауыҙ итте. Улар араһында традицион рецептарҙан тыш үҙенсәлекле эслектәрҙән торғандары булды. Шуныһын да билдәләргә кәрәк, эшҡыуар Илмир Әхмәтшин билмән һатыуҙан килгән аҡсаны махсус хәрби операциялағы яугирҙарға тотонмаҡсы.
Фестивалдең төп сәхнәһендә ҡаланың һәм райондың төрлө ауыл мәҙәниәт йорто коллективтары, үҙешмәкәр артистар йыр-бейеүҙәр менән сығыш яһаны. «Йәшлек» спорт мәктәбе күңелле старттар, эстафеталар үткәрҙе. «Буревестник» спорт мәктәбе иһә ҡунаҡтарҙы «Батырҙарҙы ашат» уйынына йәлеп итте.
Бөрө ҡалаһының брендына әйләнгән сара республика кимәлендә генә түгел, Рәсәй буйынса танылыу яулай бара. Бер нисә йыл рәттән ваҡиғалар туризмы өлкәһендә беренсе урын яулауы ла сараның мәртәбәһе тураһында һөйләй.
Ғәлиә Ғәниева.
Бөрө районы.