Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы Рәсәй Һанлы үҫеш министрлығы менән берлектә торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың бөтә мәсьәләләрен бер урында хәл итеү өсөн “Дәүләт хеҙмәттәре. Йорт” мобиль ҡушымтаһында системалы эш алып бара. Уны ҡулланыусылар һаны биш миллиондан ашып киткән. Башҡортостанда иһә 150 мең самаһы кеше мобиль ҡушымта менән файҙалана.
Сервис ярҙамында фатир хужалары:
–Граждандар бер сервис ярҙамында күп фатирлы йортта йәшәүсе идара итеүсе ойошманан подъездағы проблеманы төҙәтеүен, һыу һәм электр энергияһы сығымдары тарихын күҙәтеүен һорай ала, – тип билдәләне БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова.
Ҡушымтала “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында раҫланған иҫәп яҙмаһы аша авторизация үтергә мөмкин. Күсемһеҙ милек, иҫәп приборҙары һәм иҫәп-хисап тураһында мәғлүмәттәр автомат рәүештә барлыҡҡа килә.
Фото: minstroyrf.gov.ru