Йәнтөйәк
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Йәмғиәт
16 Июля 2024, 04:24

"Һөйөнсө, улың тыуҙы!"

Ғаиләгә бәхет, именлек теләйбеҙ!

"Һөйөнсө, улың тыуҙы!""Һөйөнсө, улың тыуҙы!"
"Һөйөнсө, улың тыуҙы!"

Балтас районынан махсус хәрби операция зонаһында ҡатнашыусы “Ява” позывнойлы яугирҙең ғаиләһендә оло шатлыҡ – сабыйҙары донъяға килде, тип хәбәр итә “Балтас таңдары”.

Ата-әсә улдарына Әмир тигән матур исем ҡушҡан.

Район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев та был күңелле ваҡиғанан ситтә ҡала алманы, әлбиттә. Ғаиләне шатлыҡтары менән ҡотлап, сабыйға сәләмәтлек, ә Инзилә Барый ҡыҙына ныҡлыҡ, сабырлыҡ теләне. Беҙ ҙә ғаиләгә бәхет, именлек  һәм уңыштар теләйбеҙ!

Фото: "Балтас таңдары".

Автор:Дина Арсланова
"Һөйөнсө, улың тыуҙы!"
"Һөйөнсө, улың тыуҙы!"
Автор:
Читайте нас