Йәнтөйәк
+9 °С
Ясно
Антитеррор
Йәмғиәт
20 Января 2024, 05:00

Спорт майҙансығы төҙөргә ниәтләйҙәр

Абыҙ ауылы халҡы үҙҙәренең берҙәмлеге, татыулығы, төрлө проекттарҙы ҡыйыу тормошҡа ашырыуҙары менән һоҡландыра.

Добавить в предпочтительные источники Google
Спорт майҙансығы  төҙөргә  ниәтләйҙәрСпорт майҙансығы  төҙөргә  ниәтләйҙәр
Спорт майҙансығы төҙөргә ниәтләйҙәр

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашыу буйынса үткән йыйында ла абыҙҙар әүҙем булды. Улар бер тауыштан ауылда спорт майҙансығын төҙөү проектын яҡлап сыҡты. Йыйылышта уны тормошҡа ашырыу буйынса инициатив төркөм дә һайланды.
Сәләмәт тормошто алға алған абыҙҙар “Айыҡ ауыл – 2023” республика конкурсының муниципаль этабында ла еңеү яуланы. Республика этабында ла еңеүгә дәртләнгән халыҡ әле айыҡ, сәләмәт тормошто пропагандалап, береһенән-береһе фәһемлерәк, файҙалыраҡ саралар ойоштороп үткәрә. Олоһо ла, йәше лә уларҙа әүҙем ҡатнаша.

Спорт майҙансығы  төҙөргә  ниәтләйҙәр
Спорт майҙансығы төҙөргә ниәтләйҙәр
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас