Буранлы, еле үҙәккә үтерлек ҡыштың бер көнөндә Борай районындағы “Колос” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Әжәк ауылында урынлашҡан һөтсөлөк-тауар фермаһына юлландыҡ. Малдарға иғтибар һәр ваҡыт кәрәк. Фермала эш ҡайнап тора.
Иң элек ферма мөдире Ольга Алексеева менән һөйләшеп алып киттек.
–Беҙҙә 500 баш голштин тоҡомло һыйыр малдары аҫрала, уларҙың 181-е - һауын һыйыры. Бер һыйырға тәүлек һауым яҡынса 20 литр тәшкил итә. Был яҡшы күрһәткес. Әлеге көндә тағы ла бер яуаплы мәл – быҙаулатыу осоро бара. Әле быҙауҙар һаны 130-ҙан ашыу. Уларҙың 80-е өс айға тиклемгеләр. Һуңғы 2,5 йылда һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыу ысулына ныҡлап күстек. Был иһә быҙаулатыу осорон көйләргә лә, лейкоз һымаҡ төрлө сирҙәрҙең һыйырҙарға йоғоуынан һаҡланырға ла ярҙам итә, – тип һөйләне Ольга Анатольевна.
“Һыйырҙың һөтө – телендә” тигәндәй, малдарҙы туҡландырыу хәстәре лә күрелә. Силос, сенажға өҫтәп, рапс һығынтыһы, тоҙ, аҡбур һәм башҡа аҙыҡтар бирелә.
Быҙауҙарҙың туҡландырыҙың үҙенең сере барлығын билдәләне белгестәр. Өс айға тиклемге быҙауҙарға кукуруз, “Стартер” витамины өҫтәлә, 6 айға тиклемгеләргә иген ҡатнашмаһы, үҫеү өсөн витаминдар ҡушып ашаталар.
Малсылар, һауынсылар, водителдәр, быҙау ҡараусылар – барыһы ла үҙенең бурысын белә. Ошо арҡала эш өҙлөкһөҙ дауам итә. Шулай ҙа кадрҙарға ҡытлыҡ бар әле.
Фермала хеҙмәт итеүсе хеҙмәткәрҙәрҙең бер нисәһе менән һөйләшеп тә алдыҡ. Зимфир Әхиәров, Владимир Ғәлиәхмәтов, Рауил Солтанов үҙҙәренең эшен төптән белә. Владимир Ғәлиәхмәтов эргәләге Мамаҙы ауылынан йөрөп эшләй.
–Был хужалыҡта ете йыл эшләйем. Хеҙмәт хаҡын да ваҡытында биреп баралар. Ҡәнәғәтмен, – тине ул.
Ҡураларҙың төҙөкләндерелеүе лә эш шарттарының яҡшырыуы тураһында һөйләй. Әле бер корпус ремонтланған, унда бина төҙөкләндерелеп ҡына ҡалмаған, яңы һөт үткәргестәр ҡуйылған, һыуытҡыстар һәм башҡа кәрәкле ҡорамалдар алынған. Быҙауҙар ныҡ булып үҫһен өсөн уларға шарттар ҙа хәстәрләнә. Яңы тыуған быҙауҙар тотҡан урындарҙы күреп быға инандыҡ.
Ауыл хужалығын күтәрерҙәй ошондай тырыш хеҙмәткәрҙәр булғанда өҫтәлдә ризыҡтарыбыҙ мул булыр. Борай уңғандарына һаулыҡ һәм именлек теләйбеҙ.
Автор фотолары.
Борай районы.
Автор:Резеда Шәнгәрәева