Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Ноябрь 2023, 12:25

Үршиҙелә Ҡаҙ өмәһе гөрләп үтте

“Айыҡ ауыл-2023 ” конкурсында ҡатнашыусы Үршиҙе ауылы халҡы шулай бер-береһенә ярҙам күрһәтеп, үҙ-ара татыу йәшәй, уңғанлығы, тырышлығы, йүнселлеге  менән һоҡландыра.

Үршиҙелә  Ҡаҙ өмәһе гөрләп үтте
Үршиҙелә Ҡаҙ өмәһе гөрләп үтте

 

Үршиҙелә ҙур ойошҡанлыҡ менән үткән Ҡаҙ өмәһе    ауыл тормошонда  күркәм ваҡиғаға әйләнде. Бирелә  ғүмер итеүсе йәш,  бар яҡҡа ла өлгөр ғаилә  Алһыу һәм Рәдиф Фәйзуллиндар  гөрләтеп өмә үткәрҙе.  Улар барлығы 21 ҡаҙ үҫтергән.  Егәрле ғаилә  күпләп бал ҡорттары ла ҡарай, мал-тыуар аҫрай, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерә. 

“Ҡаҙ өмәһе”нә   яҡындарын һәм ауыл мәҙәниәт усағында эшләп килгән “Гөлнәзирә”  фольклор коллективын да саҡырып, халҡыбыҙҙың матур йолаларын еренә еткереп үтәне.

“Йола буйынса, эш барышы матур итеп аралашыу, күңел асыу менән үрелеп барҙы.  Йолҡонған ҡаҙҙарҙы “Гөлнәзирә”  коллективы   апайҙары көйәнтәләргә элеп, йырлай-йырлай шишмәгә сайҡарға төштө.   Алыштырғыһыҙ гармунсыбыҙ Гөлүзә Сәләмова иһә дәртле көйҙәр уйнап,  байрам кәйефе өҫтәне”, - тип хәбәр итте гәзитебеҙҙең әүҙем хәбәрсеһе, “Гөлнәзирә” фольклор коллективы етәксеһе Альбина Насырова.

“Ҡаҙ өмәһе” өсөн урындағы  шағирә, ижади күңелле ағинәй, “Йәнтөйәк” гәзитенең тоғро дуҫы Фәнизә Рахман ҡыҙы Сәлимгәрәева  шиғыр ҙа яҙған.

Алһыу, Рәдиф, бөгөн һеҙҙә

“Ҡаҙ өмәһе” икән лә.

Йыйылышып килдек әле,

Шуны байрам итергә.

Өмә булғас, әйҙәгеҙ,

Башта эште эшләйбеҙ.

Уйнап, көлөп ҡаҙ таҙартҡас,

Арығанды һиҙмәйбеҙ.

Ҡаҙ үҫтереп өмә яһау —

Көҙгө байлыҡ билдәһе.

Тәмле ризыҡ булһын, тиеп,

Килә һеҙгә теләйһе.


Әйтергә кәрәк, Үршиҙе  ауылы быйыл “Айыҡ ауыл-2023” республика конкурсының муниципаль этабында  ҡатнаша. Урмияҙ ауыл биләмәһе башлығы Илшат Үзбәк улы Ирғәлин әйтеүенсә, Үршиҙе  ауылы үҙенең тырыш, егәрле, ижади ҡарашлы  халҡы менән айырыла. Ниндәй генә эшкә тотонһалар ҙа, уны бына тигән итеп эшләп ҡуялар.

Ә беҙ уңған үршиҙеләргә  ошондай матур эштәре менән киләсәктә лә ауылды йәмләп йәшәүҙәрен теләйбеҙ!

 Наилә Имаева.

 

Үршиҙелә  Ҡаҙ өмәһе гөрләп үтте
Үршиҙелә  Ҡаҙ өмәһе гөрләп үтте
Үршиҙелә  Ҡаҙ өмәһе гөрләп үтте
Үршиҙелә Ҡаҙ өмәһе гөрләп үтте
Читайте нас: