Асҡын районы ауылдарында халыҡ менән осрашыуҙар - йыйындар дауам итә.
Сираттағы шундай сара Ҡубияҙ һәм Урмияҙ ауылдарында үтте. Башҡа ауылдарҙағы һымаҡ бирелә лә халыҡты юлдар торошо, күперҙәрҙе, ауыл урамдарындағы юлды ремонтлау, “зәңгәр яғыулыҡ” үкәреү, урамдарҙы яҡтыртыу, медицина һәм башҡа һорауҙар борсой.
Район хакимиәте башлығы Динис Йосопов етәкселегендәге район вәкилдәре халыҡтың һәр һорауына яуап бирә, уларҙы иғтибарға һәм контролгә ала.
Был аҙнала Ҡашҡа, Иҫке Мутабаш, Иҫке Ҡаҙансы, Табаҫҡытамаҡ, Көнгәк һәм Солтанбәк ауылдарында шундай осрашыуҙар үтәсәк.
Наилә Имаева.