Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Апрель 2022, 20:15

Буласаҡ һалдаттар менән таныштылар

Ҡариҙел районынан яҙғы саҡырылышта әрмегә 41 егет юлланасаҡ.

Буласаҡ һалдаттар менән таныштылар
Буласаҡ һалдаттар менән таныштылар

Военкомат ишек алдын тапамам тигән инем...”
Был халыҡ көйөн белмәгән кеше юҡтыр. Уны ололар улдарын, ейәндәрен әрмегә оҙатҡанда тыңламай ҡалмай. Ни ҡәҙәрле был ир-аттар мәктәбен үтеүе еңелдән түгеллеген улар күптән аңлап бөткән. Бигерәк тә әле нөктә ҡуйылмаған махсус операция барған ваҡытта улдарының хәрби бурысты үтеүе ата-әсәләрҙе шик-шөбһәгә һала. 1 апрелдән башланған яҙғы саҡырылыш быйыл нисек уҙа? Егеттәребеҙҙең Ватаныбыҙҙы һаҡлау кәйефе бармы икән?
- Хәрби саҡырылыш 1 апрелдән 15 июлгә тиклем барасаҡ. Шулай ҙа егеттәр май аҙағында ғына әрмегә оҙатыла башлаясаҡ, - ти Ҡариҙел һәм Асҡын райондары хәрби комиссариатының хәрби комиссары Александр Викторович Аксенов. – Буласаҡ һалдаттар повестка менән саҡырыу пунктына килә, уларҙың Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итеү теләге көслө. Хатта ҡайһы берәүҙәр алдан хәрби хеҙмәтен үтер өсөн ҡайһы ғәскәргә барырын алдан билдәләп үк ҡуйған, - тип һүҙен дауам итә Александр Викторович.
Аҙна һайын үткән комиссия ултырыштарының береһендә район хакимиәте башлығы Айҙар Әнғәм улы Шәйҙуллин да ҡатнашты. Ул һәр буласаҡ һалдат менән етди итеп әңгәмәләште. Егеттәрҙаң кәйефе менән танышты. Әйтергә кәрәк, яҙғы саҡырылышта әрмегә 41 егетебеҙ юлланасаҡ. Ҡайһы бер уҡып йөрөгән студенттар диплом яҡлағандан һуң барасаҡбыҙ тип, әлегә хәрби бурысты кисектереүҙәрен һораған.
Һәр бер ир-егеткә бирелгән Ватаныбыҙ алдындағы изге бурысын намыҫ менән үтәп, иҫән-һау тыуған яғыбыҙға әйләнеп ҡайтыуҙары – барыбыҙҙың да иң көслө теләге.

Гөлнара Солтанова.

Буласаҡ һалдаттар менән таныштылар
Буласаҡ һалдаттар менән таныштылар
Читайте нас: