Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Февраль 2022, 15:05

Һөнәрҙәрҙең барыһы ла кәрәкле!

Балтас районы реабилитация үҙәге филиалында “Бөтә һөнәрҙәр ҙә мөһим, бөтә һөнәрҙәр ҙә кәрәк!” тигән сара үтте.

Һөнәрҙәрҙең барыһы ла кәрәкле!
Һөнәрҙәрҙең барыһы ла кәрәкле!

Социаль педагог Йәмилә Ғарифуллина Балтас районындағы реабилитация үҙәге филиалында “Бөтә һөнәрҙәр ҙә мөһим, бөтә һөнәрҙәр ҙә кәрәк!” тигән сара үткәрҙе.

Педагог балалар менән әңгәмә үткәрҙе, физик күнегеүҙәр менән ял иттерҙе. Артабан интерактив таҡта ярҙамында уйындар ойошторҙо.

Балалар бик әүҙем булды: йомаҡтар систе, һорауҙарға яуап бирҙеләр, “Поликлиника”, “Бөҙрәхана”, “Супермаркет” һәм башҡа темаларға сюжетлы-ролле уйындарҙа ҡатнашты.

Гөлнара Шәймөхәмәтова.

 

Һөнәрҙәрҙең барыһы ла кәрәкле!
Һөнәрҙәрҙең барыһы ла кәрәкле!
Һөнәрҙәрҙең барыһы ла кәрәкле!
Читайте нас: