Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ғинуар 2022, 16:15

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Солтанбәктәр балалар майҙансығы эшләргә ҡарар итте.

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ
Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

 

“Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” районыбыҙҙа   уңышлы ғәмәлгә ашырылып килә. Уның  үҙенсәлеге шунда – ниндәйҙер проблеманы хәл итеүҙә кешеләр үҙҙәре башлап инициатива күрһәтә һәм урындағы хакимиәт, эшҡыуарҙар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Халыҡ һайлаған проект республика, урындағы бюджет һәм халыҡтың үҙе йыйған аҡсаһына тормошҡа ашырыла.

Солтанбәктәр ҙә  бер нисә йыл рәттән программаны тормошҡа ашырыуҙа әүҙемлек күрһәтеп, байтаҡ тәжрибә тупланы.

Белеүегеҙсә, был программа биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыуға конкурс нигеҙендә республика бюджетынан аҡсалата ярҙам бүлеүҙе күҙаллай. Иң мөһиме, унда халыҡ әүҙем ҡатнашырға һәм ул һайлаған проект биләмәлә өҫтөнлөклө проблеманы хәл итергә йүнәлтелгән булырға тейеш. "Беҙҙең Солтанбәк ауыл биләмәһе был  программала әүҙем ҡатнаша. Уның ярҙамында 2017 йылда, мәҫәлән, Сураш ауылы клубында төҙөлөш эштәре тамамланды, 2018 йылда ауыл биләмәһенә МТЗ-82 тракторын һатып алдыҡ, 2020 йылда ауыл зыяраты кәртәләрен яңырттыҡ. Быйыл иһә  Солтанбәк  ауылы халҡы  балалар өсөн заманса уйын майҙансығы эшләргә ҡарар итте. Ошо уңайҙан йыйылыштар уҙҙы, анкеталар тултырылды, халыҡ араһында аңлатыу эше алып барылды. Балалар буш ваҡыттарында күңелле ял итһен, уйнаһын өсөн хәүефһеҙ урын кәрәк. Был изге эшкә ауыл халҡы һәм  ситтә йәшәгән ауылдаштарыбыҙ менән бергә дәррәү тотоноп, балалар майҙансыҡлы булыр, тип ышанабыҙ",   —  тине ауыл биләмәһе башлығы Фәнил Фәнғәт улы Шәрәфетдинов.

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Был юлы ла солтанбәктәр берҙәм булып, кәңәшләшеп һайлаған  проектты тормошҡа ашырыу өсөн барыһын да эшләр.

Наилә Имаева.

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ
Кәңәшле эш тарҡалмаҫ
Читайте нас: