Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ғинуар 2022, 21:45

Ҡариҙел аҫыл улын юғалтты...

  Ғинуарҙың һыуыҡ көндәре данлыҡлы кешебеҙҙе, арҙаҡлы шәхесебеҙҙе арабыҙҙан алып китте. Тыныс йоҡла, ил ағаһы! Беҙҙең күңелдәрҙә тик йылы хәтирәләр генә йәшәйәсәк.

Ҡариҙел аҫыл улын юғалтты...
Ҡариҙел аҫыл улын юғалтты...


Ҡариҙел районында Яҡупов Әлфәрит Хәтип улын белмәгән кеше юҡтыр. Кемдер ул ижад иткән шиғырҙары, йырҙары менән таныш, кемдер уны табип-терапевт, Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы, кемдер район Советы депутаты булараҡ белә. Ысынында иһә ул туған телен яратҡан, ғәҙеллекте өҫтөн күргән, тыуған ерен, тәбиғәтен үҙ иткән, күңелдәрҙе дауалаусы ябай кеше.

1 ғинуарҙа 75 йәшен тултырғайны ғына...
Әлфәрит Хәтип улы Ҡариҙел районының Ҡуянсы ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын Салауат ҡалаһы заводтарының береһендә электрик булып башлай. Тап ул хеҙмәт иткән цехтарҙың береһендә эшселәр фажиғәле һәләкәткә юлыға: авария булып, бөтә коллектив тиерлек ағыуланып үлә. Әммә Хоҙай ҡөҙрәте киң булып, райондашыбыҙҙың ғүмере өҙөлмәй, аҡ халатлылар уның һаулығы өсөн көрәшә, һәм еңә. Әлфәрит Хәтип улы үҙен ҡотҡарған табиптарға, шәфҡәт туташтарына рәхмәтле була һәм киләсәктә ошо мөғжизәле һөнәргә эйә булырға ҡарар итә. Һәм була ла! Тыуған яғы - Байҡыбашҡа терапевт булып ҡайтып, ауылдаштары мәнфәғәтенә бирелеп эшләй ҙә эшләй. Уны һәр кем оло йөрәкле, көслө рухлы, тимерҙәй ныҡлы характеры өсөн хөрмәт итте. Шул уҡ ваҡытта шиғри күңеле, йырҙары, баян моңдары менән дә яҡташтарын арбай белде. Үҙ белдеге менән нота асҡыстарын өйрәнеп, йырҙар ҙа ижад итергә ярата ине. Ғөмүмән, йәшәргә яратты Әлфәрит Хәтип улы.
Ауылдаштары, хеҙмәттәштәре уны талапсан баш табип итеп тә белде, таныны. Уның етәкселегендә төҙөлгән Байҡыбаш участка дауаханаһы өсөн ауылдаштары ғына түгел, яҡын тирәләге ауыл халҡының да ихтирамын яуланы ул. Райондаштарына, замандаштарына тағы уның бер “Апрель еле” тип аталған шиғри йыйынтығы ҡалды. Тағы икеһе Өфө китап нәшриәттәренең береһендә 2010 йылдан бирле ята бирә әле.

Гөлнара Солтанова.

Ҡариҙел аҫыл улын юғалтты...
Ҡариҙел аҫыл улын юғалтты...
Читайте нас: