Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ғинуар 2022, 09:15

Юл мәсьәләһе – көн ҡаҙағында

Республикаға идара итеү үҙәге 17-23 ғинуарҙа халыҡтан социаль селтәрҙәргә килгән 2 771 мөрәжәғәтте эшкәртте...

Юл мәсьәләһе – көн ҡаҙағында
Юл мәсьәләһе – көн ҡаҙағында

Икенсе аҙна рәттән республика халҡын юлдар темаһы борсой. 17 ғинуарҙан 23 ғинуарға тиклем Республикаға идара итеү үҙәге системаһына юлдарҙы һәм трассаларҙы  ҡар һәм боҙҙан таҙартыу буйынса 881 мөрәжәғәт килде.

Үкенескә ҡаршы, коронавирустан вакцина яһатыу мәсьәләһе мөрәжәғәттәрҙең өсөнсө урынынан икенсе урынға күсте. Үткән аҙна менән сағыштырғанда уларҙың һаны 21-гә артып, бөтәһе 394 тәшкил итте.

Өсөнсө урындағы төҙөкләндереү темаһынан (308 мөрәжәғәт) ҡала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре (275) килә. Йәмәғәт транспортына ҡағылғандары – 254.

Республикаға идара итеү үҙәге 17-23 ғинуарҙа халыҡтан социаль селтәрҙәргә килгән 2 771 мөрәжәғәтте эшкәртте. 2020 йылдың был осоронда уларҙың һаны 1 801 тәшкил итте.  Ентеклерәк беҙҙең видеола .
    #ЦУРБашкортостан

 

Автор:Дина Арсланова
 
 
Автор:
Читайте нас: