Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ғинуар 2022, 08:05

Ысын ҡыш етә, һыуыта

Был аҙнала Башҡортостанда 30 градусҡа тиклем һыуыта.  

Ысын ҡыш етә, һыуыта
Ысын ҡыш етә, һыуыта

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, 24 ғинуарҙа яуым-төшөм көтөлмәй. Ел талғын, үҙгәреүсән. Һауа температураһы төндә  минус 13 – 18 градус, урыны менән 23 – 28 градусҡа етә.  Көндөҙ – минус 10-15 градус.

25 ғинуарҙа ла яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан, талғын, үҙгәреүсән.   Һауа температураһы төндә  минус 15 – 20 градус, урыны менән 25 – 30 градусҡа етә. Көндөҙ – минус 11-16 градус.

Бөгөн синоптиктар көндөң аяҙлы-болотло булыуын фаразлай.Юлдың ҡайһы бер урындарында ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ.   Ел көньяҡ-көнсығыштан, секундына ике-ете метр тиҙлектә.   Һауа температураһы көндөҙ – минус   8-13 градус, урыны менән 17 градусҡа тиклем һыуыта.

Фото:Т.АМАНОВ.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Автор:
Читайте нас: