Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ғинуар 2022, 07:25

"Яңы йыл ҡаласығы" конкурсына йомғаҡ яһалды

Республика ҡала һәм райондарында 2291 шыршы ҡуйылып, 20 декабргә 1160 Яңы йыл ҡаласығы төҙөлдө.

"Яңы йыл ҡаласығы" конкурсына йомғаҡ яһалды
"Яңы йыл ҡаласығы" конкурсына йомғаҡ яһалды

Өфө ҡалаһы буйынса еңеүселәр:
I урын – Калинин районы;
II урын – Ленин районы;
III урын – Октябрьский районы.

Ҡалалар араһында еңеүселәр:
I урын – Нефтекама;
II урын – Салауат;
III урын – Стәрлетамаҡ.


Ауыл биләмәләре араһында еңеүселәр:
I урын – Тәтешле районы;
II урын – Ҡыйғы районы;
III урын – Илеш районы.

Күп ҡатлы йорттар ихаталары араһында еңеүселәр:
I урын – Өфө ҡалаһы, Софья Перовская урамы, 13;
II урын – Нефтекама ҡалаһы, Ҡайынлы шоссеһы, 8 в;
III урын– Ишембай ҡалаһы, Ленин урамы, 2.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Әйткәндәй, еңеүселәр дипломдар һәм аҡсалата премиялар менән бүләкләнә (100 мең һумдан алып 2,5 млн һумға тиклем). Конкурсты финанслауға яҡынса 16 млн һум аҡса бүленгән.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-01-19/ya-y-yyl-alasy-y-konkursyna-yom-a-ya-aldy-2660968?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816
Автор:
Читайте нас: