Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ғинуар 2022, 17:00

Буран, боҙлауыҡ: һауа торошоноң боҙолоуы көтөлә

Республикала урыны менән буран, боҙлауыҡ, ел тиҙлеге секундына 18 метрға етеүе, автомобиль юлдарында ҡар һырынтылары фаразлана.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, алдағы тәүлектә болотло һауа торошо көтөлә. Бер аҙ ҡар, урыны менән буран, боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан секундына 7-12 метр, айырым райондарҙа көсәйгәндә 18 метрға тиклем етеүе мөмкин. Һауа температураһы төндә -5,-10, көньяҡта -15, көндөҙ -2,-7 градус. Юлдарҙа ҡар, боҙлауыҡ, урыны менән көрт, буран ваҡытында 1-2 саҡрымдан күреү мөмкинлеге кәмей.

Өфөлә һауа торошоноң болотло булыуы көтөлә. Бер аҙ ҡар. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан секундына 7-12 метр. Һауа температураһы төндә -5,-7, көндөҙ -3,-5 градус. Юлдарҙа ҡар, боҙлауыҡ.

Фото "Башинформ"дан.

Автор:
https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2022-01-18/buran-bo-lauy-aua-toroshono-bo-olouy-k-t-l-2658903
Буран, боҙлауыҡ: һауа торошоноң боҙолоуы көтөлә
Буран, боҙлауыҡ: һауа торошоноң боҙолоуы көтөлә
Автор:
Читайте нас: