Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Йәмғиәт
17 Ғинуар 2022, 11:40

Радий Хәбиров Мәғлүмәт агентлығына килде

Максим Ульчев бөгөн социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров менән осрашыу тураһында яҙып сыҡты.

Радий Хәбиров Мәғлүмәт агентлығына килдеРадий Хәбиров Мәғлүмәт агентлығына килде
Радий Хәбиров Мәғлүмәт агентлығына килде

Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев бөгөн социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров менән осрашыу тураһында яҙып сыҡты.

“Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы коллективы менән осрашты. Беҙ “Башинформ” агентлығы бинаһы буйлап ҙур булмаған экскурсия ойошторҙоҡ, Радий Фәрит улы конференц-холды ҡарап сыҡты, ньюсрумда булды, редакцияның эше менән танышты, журналистар менән аралашты. Киләсәктә беҙ 2000 йылдар башынан ремонт яһалмаған бүлмәләрҙе реконструкцияларға ниәтләйбеҙ.

2021 йыл йомғаҡтары буйынса “Башинформ” сайттары төркөмө Башҡортостанда мәғлүмәттәре иң күп телгә алынған һәм күп кеше инеп уҡыған киң мәғлүмәт сараһын тәшкил итә. Социаль селтәрҙәрҙе иҫәпкә алмағанда, унда инеп мәғлүмәттәр менән танышырусылар һаны айына ете миллионға, ә уникаль файҙаланыусылар һаны 1,3 миллион кешегә етә. Агентлыҡ Волга буйы федераль округының дәүләт киң мәғлүмәт саралары араһында ла алдынғы урындарҙы тотороҡло биләй. Әйткәндәй, 24/7 тәртибендә айына өс мең яңылыҡты 15 журналистан торған ҙур булмаған коллектив яҙа.

Башҡортостан Башлығы менән осрашыуҙа республиканың мәғлүмәт агентлығын һәм республиканың медиа-киңлеген артабан үҫтереү буйынса мөһим бурыстар тикшерелде. Быйыл махсус проекттарҙы һәм контенттың яңы форматын үҫтереү күҙаллана. Социаль селтәрҙәрҙә эш киңәйтеләсәк, яңылыҡ агрегаторҙары менән бәйләнеш көсәйтеләсәк. Редакция ҡыҫҡа видеороликтар төшөрөү менән шөғөлләнәсәк видеотөркөм ойошторорға ниәтләй.

Радий Фәрит улы шулай уҡ киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә рәхмәт белдерҙе һәм маҡтаулы исемдәр, наградалар тапшырҙы. Журналистика ветераны, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының элекке етәксеһе һәм уға нигеҙ һалыусыһы Алик Фәйез улы Шакиров “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләнде. Коллегаларыбыҙҙы лайыҡлы наградалар менән ҡотлайым, ижади өлкәлә яңы үрҙәр теләйем!” – тип яҙған Максим Ульчев.

Фото: vk.com/maximulchev

Сығанаҡ: vk.com/maximulchev

Автор:Лилия Давлетбакова
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-01-17/radiy-h-birov-m-l-m-t-agently-yna-kilde-2657205?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Радий Хәбиров Мәғлүмәт агентлығына килде
Радий Хәбиров Мәғлүмәт агентлығына килде
Автор:
Читайте нас