- Иртәнсәк уянғас та алдағы көндә буласаҡ мәшәҡәттәр тураһында уйлар алдынан яңы тыуған көндө ҡаршылау бәхете бүләк иткән Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт әйт.
- Иртә торорға ғәҙәтлән. Ял көндәрендә иң һуң торғанда ла 9 ҙан ҡалма.
- Шишмә һыуын эс (көнөнә кәмендә 1,5 литр).
- Иртәле-кисле һалҡынса һыу менән сайынып алыу файҙалы.
- Алдағы көндә нимә кейереңде кистән әҙерлә.
- Маҡсаттар ҡуй.
- Был донъяның кеме генә юҡ. Һәр береһен тәрбиәләп маташма.
- Көн дә 15 - 60 минут саф һауала йөрөп кил.
- Ашағандан һуң һалҡын һыу эсмә.
- Күңелеңә ятмаған кешеләрҙән йыраҡ бул.
- Насар кешеләр араһына барып эләкһәң, улар кеүек булырға ярамай икәнен аңлау ҙа файҙаға.
- Хыялдар кешене ҡанатлы итә.
- Уңышлы кешеләр менән йыш аралаш.
- Спорт менән шөғөлләнергә ваҡыт тап.
- Һәр уңышың өсөн кешенән маҡтау көтмә - үҙ күңелеңде үҙең күреп өйрән. Мәҫәлән, атҡарып сыҡҡан берәй ауыр эштән һуң театрға барып ял итеп кил.
- Белемеңде арттыр, яңы һөнәр йә файҙалы ғәҙәт үҙләштер.
- Һәр эште күңел һалып башҡар.
- Хәҙерге тормошоң һиңә оҡшамай икән, нимәнелер үҙгәрт.
- Үҙ көсөңә ышан.
- Тәрән итеп тын алыу йыш-йыш тын алыуға ҡарағанда күпкә файҙалы.
- Яман менән яҡшыны айырырға өйрән: һине ысын күңелдән яратҡан кеше һине бер ҡасан да эскелеккә, яуызлыҡҡа этәрмәҫ.
- Атаң менән әсәңде фәрештә тип һана.
- Үҙеңдән ярлыраҡҡа ярҙам ҡулы һуҙ.
- Ауыҙыңа нимә ингәнде һәм ауыҙыңдан нимә сыҡҡанды бел.
- Ҡатын-ҡыҙ наҙлы булһа, ир-ат үҙен көслө зат итеп тойор.
- Һүҙгә артыҡ һаран булма.
- Тыныс кеше ышаныслы күренә.
- Мыжыҡ булма. Алға киткән Японияла 5 йәшкә тиклем генә мыжыу рөхсәт ителә.
- Дүрт һаның теүәл булып та эшең алға бармай икән, тимәк, һин - йә ялҡау, йә мыжыҡ, йә ҡурҡаҡ.
- Тураһын ярып әйтеү - батырлыҡ түгел. Кешенең йөҙөн йыртмайынса әйтер һүҙеңде еткереү - тәрән аҡыл билдәһе.
- Мөһим эштәреңде аҙаҡҡа ҡалдырма.
- Ике эште бер юлы эшләп өйрән. Мәҫәлән, иҙән йыуғанда ятлай торған шиғырыңды ятла; йүгергәндә яратҡан йырыңды тыңлап, һүҙҙәрен хәтереңдә ҡалдыр; телевизор ҡарағанда бәйләм бәйлә йә сканворд сис.
- Һәр ваҡыт аҡса ғына уйлап йөрөмә. Тормоштан ләззәт алыу өсөн байлыҡ та кәрәкмәй. Бәхет - һинең үҙеңдә.
- Ҡаршылыҡтарҙан ҡурҡма.
- Уңыштың 90 % ты - тырышлыҡ.
- Һәр секундтың ҡәҙерен бел. Ваҡытты тоҡ-тоҡ аҡсалар менән дә кирегә бороп булмай.
- Кешеләр менән йылмайып һаулыҡ һораш.
- Тыштан ялтырап, эстән ҡалтырап торма. Матур кәүҙәң менән маҡтанғансы, изгелек ҡыл да - шатлан.
- Туғандың урыны - түрҙә.
- Дөрөҫ туҡлан. Итле, шәкәрле, тоҙло аҙыҡтарҙы самалап аша.
- Көпә-көндөҙ бот күтәреп ял итеп ятыу - һау кеше өсөн килешмәгән ҡылыҡ.
- Иренә тауыш күтәргән ҡатын бәхетле булмаҫ, ҡатынына ҡул күтәргән ир уңышлы булмаҫ.
- Һәр береһенең артынан эйәреп китергә әҙер булма.
- 60 ты үткән ата утын ярһа - улы яман, 60 ты үткән әсә иҙән йыуһа - ҡыҙы яман.
- Ҡабаланған - ашҡа бешкән.
- Бер ҡасан да үҙеңдең уңышһыҙлыҡтарыңда кешене ғәйепләмә. Үҙ өҫтөңдә эшлә.
- Үткәндәрҙә аҙашып йөрөп бөгөнгө көндөң матурлығын күрмәй ҡалма.
- Йоҡларға ятҡас - йоҡла, башыңды юҡ-бар борсолоуҙар, күңелһеҙ уйҙар менән ҡатырма.
- Китап уҡы. Китап уҡымаған кеше тоҙһоҙ аш менән бер: нимәлер һөйләй, әммә хәбәренең "тәме" юҡ.
- Һүҙҙең ҡәҙерен бел.
- Ғаилә - бер-береңә үҫешергә ярҙам итеү. Береһе аҫҡа һөйрәп, икенсеһе өҫкә һөйрәүҙән файҙа юҡ.
- Яңғыҙлыҡтан ҡурҡам тиеүселәр иһә яңғыҙлыҡтан түгел, үҙ-үҙе менән яңғыҙ ҡалыуҙан ҡурҡа.
- Бер ҡасан да һуң түгел. Нисә йәштә булыуыңа ҡарамаҫтан, тормошоңдо яҡшыға үҙгәртергә ынтыл.
- Хушбуй түгел, аш-һыу эҫе сығып торған өйҙөң ҡото бар.
- Башыңа килгән һәр яҡшы уйҙы яҙып ҡуй.
- Һүҙеңдә тор.
- Ҡолағың ишеткәнгә лә, кеше ауыҙынан сыҡҡан һүҙгә лә ышанма. Үҙ күҙҙәрең менән күргәнгә генә ышан.
- Кешенең кем икәнлеген белгең килһә, башҡалар тураһында нимә һәйләүенә иғтибар ит. Күңеле таҙа кеше башҡаларҙы яманламаҫ.
- Донъяла ниҙәр барлығы менән ҡыҙыҡһын.
- Кеше байлығына көнләшмә. Һәр кемдең үҙ сабатаһы.
- Олоно оло тип бел, кесене кесе тип бел.
- Үсегеү ғәҙәтен ташла.
- Өйҙә - арыҫлан, тышта ҡуян булма.
- Туғандарың тураһында үҙең дә яман һөйләмә, кешенән дә һөйләтмә.
- Ғүмер мәңгелек түгел. Бөгөнгө эшеңде иртәнгегә ҡалдырма.
Фирүзә Салауатова фотоһы. Бөрйән районы Байназар ауылы.