Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ғинуар 2022, 12:30

Уңыштары менән ҡыуандыралар

Ҡариҙел районының Байҡы ауылында Михаил-Архангель храмында Йәкшәмбе мәктәбе бына бер нисә йылдар инде урындағы балаларҙың һәләтен һәр яҡлап асып килә.

Уңыштары менән ҡыуандыралар
Уңыштары менән ҡыуандыралар

 

 

 Иерей Григорий Куликов малай һәм ҡыҙҙарҙы төрлө ҡул эшенә йәлеп итә. Һөнәрмәндәрҙең эштәре район, республика кимәлендәге төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнашып, диплом, Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булған. Бынан тыш, Йәкшәмбе мәктәбендә христиан йырҙарын башҡарыусыларҙың “Ышаныс бойҙайы” (“Зерно Веры”) хоры уңышлы аҙымдар яһап килә. Быйыл йәш йырсылар “Раштыуа алҡышы” (“Рождественская овация”) конкурс-фестивалендә ҡатнаштып,  оло ҡаҙанышҡа өлгәштеләр: балалар категорияһында улар еңеүсе тип табылды, шулай уҡ социаль селтәрҙә барған тауыш биреү буйынса улар тамашасы һөйөүе призын яуланы. Конкурсҡа уларҙы райондың сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары Дарья Куликова һәм Евдокия Гагилева әҙерләне.

Гөлнара Солтанова.

Уңыштары менән ҡыуандыралар
Уңыштары менән ҡыуандыралар
Читайте нас: