Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Декабрь 2021, 10:29

Етем балалар мәнфәғәтендә

Уларҙы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙән азат итеүҙәре мөмкин.

Етем балалар мәнфәғәтендә
Етем балалар мәнфәғәтендә

Гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет етем балаларҙың мәнфәғәтендә закон проекты әҙерләгән. Уға ярашлы, етемдәр балалар йортонда, опекун ғаиләһендә тәрбиәләнгәндә, колледждарҙа йәки вуздарҙа уҡығанда, армияла хеҙмәт иткәндә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙән азат ителәсәк.

 Закон проектын Рәсәй Президенты Владимир Путинға ебәргәндәр.

“Етем балалар өсөн гарантиялар темаһы бик мөһим.  Хоҡуҡ идаралығына эшләргә биреү өсөн  Президент хакимиәтенә һәм Хөкүмәткә тәҡдим итегеҙ, ебәрегеҙ. Етем балаларҙың мәнфәғәттәрен күҙәтергә  һәм төрлө манипуляция мөмкинлектәрен киҫәтергә кәрәк, шул иҫәптән улар өсөн бирелгән льготаларҙан кемдеңдер файҙаланыуын да,” – тип, дәүләт етәксеһе башланғысты хупланы.  

Фото:tvernews.ru

Автор:Дина Арсланова
Етем балалар мәнфәғәтендә
Етем балалар мәнфәғәтендә
Автор:
Читайте нас: