Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Сентябрь 2021, 10:31

Мишәрҙәрҙең көсө нимәлә?

Иҫке Балтас ауылында Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Мишәр тарихи-мәҙәни үҙәге филиалы асылды.

Мишәрҙәрҙең көсө нимәлә?
Мишәрҙәрҙең көсө нимәлә?

Балтас районы үҙәге Иҫке Балтас ауылында Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Мишәр тарихи-мәҙәни үҙәге филиалы асылыуын тотош мишәрҙәр ҡыуанып ҡаршы алды. Ул Беренсе май урамы 1/1 адресы буйынса урынлашҡан.

Тантанала Башҡортостан мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡатнашты.

– Бөгөн ошондай тарихи-мәҙәни үҙәктәр асыу көнүҙәк, сөнки милли мәҙәниәт үҙгәреүгә дусар ителә, ә уларҙы һаҡларға кәрәк, – тине Әминә Ивний ҡыҙы.

Мишәр тарихи-мәҙәни үҙәге филиалының маҡсаты – республикабыҙҙа ғүмер иткән был халыҡтың тарихын, телен, милли мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлау. Шул иғтибарға лайыҡ: бында бай йөкмәткеле музей бар. Унда мишәр ауылдарынан көндәлек тормош кәрәк-яраҡтары килтерелгән, мишәрҙәрҙең данлыҡлы шәхестәре менән танышырға ла мөмкин. Әле был халыҡ вәкилдәре Балтас районындағы 14 ауылда йәшәй. Уларҙа милли үҙаң көслө, өлкәндәр йәш быуынға күркәм йолаларын, ғөрөф-ғәҙәтен тапшыра килә.

Башҡортостанда 1767 йылда 2253 мишәр йорто иҫәпләнгән. 1834 йылда Бөрө өйәҙендә 154 мишәр ауылы булған. Бөгөн был халыҡ вәкилдәре Ҡариҙел, Кушнаренко, Шишмә, Саҡмағош, Дәүләкән һәм башҡа райондарҙа ғүмер итә. Татарстанда иһә мишәрҙәр күпләп йәшәй. Ә Рәсәй буйынса алғанда, уларҙы Һамар, Пенза, Түбәнге Новгород өлкәләрендә, Сыуаш, Мордва республикаларында, Себер тарафтарында осратырға мөмкин.

Мишәр тарихи-мәҙәни үҙәге асылғанда “Республикабыҙ палитраһында Башҡортостан мишәрҙәре” тип аталған "түңәрәк өҫтәл" ойошторолдо. Һөйләшеүгә ғалимдар, тыуған яҡ тарихын өйрәнеүселәр ҡушылды. Танылған тарихсы Салауат Хәмиҙуллин башҡорт-мишәр ғәскәре тураһында ентекле мәғлүмәт бирҙе. 

Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Гөлназ Мирхәйҙәрова билдәләүенсә, башҡорттар төйәгендә йәшәү һәм бергә хәрби хеҙмәттә булыу мишәрҙәрҙең көндәлек тормошона, үҙаңына ныҡлы йоғонто яһаған. Гөлназ Ғиндулла ҡыҙы был халыҡтың тарихын төптән өйрәнгәне өсөн Фәнис Хажимовҡа, Нәфис Хәмәтнуровҡа, Мәғҙән Фазыловҡа, Рәлиф Шакирйәновҡа Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Рәхмәт хатын тапшырҙы.

Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Балтас районының почетлы гражданы, “Староянбаево. История, люди, события” исемле китап авторы Рәлиф Шакирйәнов Балтас районы мишәрҙәре тураһында бәйән итте. Тыуған яҡ тарихын өйрәнеүсе, “Язмышым син – Көндәшлем” тигән китап авторы Нәфис Хәмәтнуров Балтас районының топонимикаһы, шулай уҡ Көндәшле ауылы хаҡында һөйләне.

Рәсәй халыҡ мәғарифы алдынғыһы, тыуған яҡ тарихын өйрәнеүсе Мәғҙән Фазылов былай тине:

– Мишәрҙәрҙең үҙ һүҙе, үҙ фекере булған. Уларҙың ассимиляцияға бирелмәүе ана шул көслө булыуҙарында ла инде.

"Түңәрәк өҫтәл" һуңында резолюция ҡабул ителде.

Автор фотоһы.

Автор:Илдар Акьюлов
Мишәрҙәрҙең көсө нимәлә?
Мишәрҙәрҙең көсө нимәлә?
Автор:
Читайте нас: