Китергә уйламай был вирус
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был хәлде айырым контролгә алырға ҡушты.
– Динамиканы күҙәтәсәкбеҙ. Әгәр барыһы ла тигеҙ барһа – яҡшы, юҡ икән – нимә эшләргә кәрәклеген уйларға кәрәк, – тине ул.
Билдәле булыуынса, Башҡортостан мәктәптәрендә уҡыу йылы ғәҙәти форматта башланды. Коронавирус инфекцияһы таралыуы буйынса хәлдәр тотороҡло булғас, ошондай ҡарар ҡабул ителде. Дистанцияла уҡыу хроник сирҙәре булған балаларға ғына ҡағыласаҡ. Ата-әсәләр бындай хоҡуҡ менән файҙаланған һәм балаларын өс аҙнаға, ҡайһы берҙәре дүрт аҙнаға дистанция форматына күсергән.
Министр белдереүенсә, бөтә мәктәптәрҙә лә кәрәкле санитар талаптар үтәлә. Уҡыусылар ағымдарын айырыу өсөн төрлө төҫлө маркировкалар ҡулланыла. Уҡыусылар кабинет системаһы буйынса уҡый. Һәр кемдең тән температураһы үлсәнә. Уҡытыусылар битлек кейеп йөрөй, уларҙың 80 проценты коронавирустан прививка яһатҡан. Республика мәктәптәрендә БДМУ һәм медколледждарҙа белем алған 1268 медицина инспекторы эшләй. Шулай уҡ 2244 педагог та был бурысты башҡара.
Киләһе йома – 17 сентябрь мәктәп уҡыусылары өсөн ял көнө буласаҡ. Был ҡарар һайлау көнөнә бәйле. Билдәле булыуынса, быйыл был сәйәси сара өс көн дауамында үтәсәк. 17 сентябрь – тауыш биреүҙең тәүге көнө. Ғәҙәттә, һайлау участкалары мәктәптәрҙә урынлашҡан була. Шуға күрә балалар был көндә ял итәсәк.
Айбулат Хажин белдереүенсә, был көндө Башҡортостандың бөтә мәктәптәрендә лә тәрбиә биреү характерындағы саралар үтәсәк.
Кәңәшмәлә коронавирус инфекцияһына бәйле һуңғы яңылыҡтар ҙа ҡаралды. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, 6 сентябргә ҡарата республикала инфекцияны 58862 кеше йоҡторған, һуңғы тәүлектә – 300 кеше. 52496 кеше һауыҡҡан, уларҙың 32-һе – һуңғы тәүлектә.
Үлгәндәр һаны ла арта. Һуңғы тәүлектә был йәһәттән йәнә антирекорд теркәлгән: 16 кешенең ғүмере өҙөлгән. Пандемия башланғаны бирле 1203 кеше коронавирустан һәләк булды.
Башҡортостанда коронавирус менән сирләгәндәр өсөн 4545 урын бар, әле уның 11 проценты биләнмәгән.
Вакцинацияға килгәндә, төбәк 1458168 доза вакцина алған. Уның беренсе компонентын 1186124 кеше һалдырған, икенсеһен – 1046482 кеше.
Прививка һалдырыу өсөн республикала 203 пункт ғәмәлдә. Эшләтергә теләгәндәргә “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында йәки регистратураға шылтыратып яҙылырға мөмкин.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары, Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге координаторы Римма Үтәшева белдереүенсә, үткән аҙнала үҙәк белгестәре 11120 мөрәжәғәт эшкәрткән. Ә үҙәк эшләй башлаған көндән, 2020 йылдың 16 ноябренән алып, 223348 мөрәжәғәт килгән. Шылтыратыуҙар элекке кеүек үк башлыса тест һөҙөмтәләрен белешеү, өйҙә амбулатор дауа алыу тәртибе, вакцинацияға яҙылыуға бәйле.
Еңеүселәр аҡсаһын тиҙ арала аласаҡ
Кәңәшмәнең төп темаларына докладтар тыңлар алдынан Радий Хәбиров йола буйынса үткән аҙнаның мөһим ваҡиғалары тураһында һөйләй һәм улар буйынса йөкләмәләр бирә. Был юлы ул Өфөлә төҙөкләндерелгән Совет майҙанына ҡағылды. Билдәле булыуынса, үткән аҙнала уның бер өлөшө асылды, хәҙер унда заманса фонтан эшләй. Ә Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа ҡуйылған һәйкәл һәм колоннада 2022 йылда асыласаҡ. Радий Хәбиров был ваҡиғаны берәй матур датаға – Еңеү көнөнә йә Республика көнөнә, бәлки, генералдың тыуған көнөнә арнарға ҡушты.
Әле иһә төбәк етәксеһе йыл һайын Совет майҙанында сағыу музыкаль ваҡиға үтһен тип тәҡдим итте. Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға был йәһәттән тәҡдим әҙерләргә ҡушылды.
– Мин ике көн рәттән “Спасская башняһы”н ҡараным. Әлбиттә, беҙ ул тиклем үк сараны үткәрә алмаҫбыҙ, бөтә донъянан оркестрҙар йыйып булмаҫ. Тик шулай ҙа йыл һайын бында үтерлек ҙур һәм сағыу музыкаль сара кәрәк. Ул яңы сара булһын, был урында барған ваҡиғаларға арналһын. Белгестәр әйтеүенсә, майҙанда акустика яҡшы ғына, – тине Радий Фәрит улы.
Тағы бер матур яңылыҡ Токиолағы Паралимпия уйындарындағы еңеүҙәргә бәйле. Рәсәй унда дөйөм команда миҙал иҫәбендә дүртенсе урын яуланы. Ҡытай, Бөйөк Британия һәм АҠШ спортсыларынан ғына ҡалыштыҡ. Беҙҙең спортсылар 36 алтын, 33 көмөш һәм 49 бронза миҙал яуланы. Бында Башҡортостан вәкилдәре лә ҙур өлөш индерҙе. Улар биш алтын, өс көмөш һәм дүрт бронза миҙал алды. Башҡортостан Башлығы республиканың спорт министры Руслан Хәбибовҡа спортсыларға тиҙ арала тейешле түләүҙәрҙе бирергә ҡушты.
– Олимпиада һәм Паралимпиада алдынан ғына миҙалдар өсөн түләүҙәр суммаһын күтәргәйнек, был бик яҡшы. Беҙҙә йөҙөү буйынса мәктәп көслө, тренерҙарға рәхмәт. Биш алтын, өс көмөш һәм дүрт бронза миҙалыбыҙ – Рәсәй йыйылма командаһы иҫәбенә ҙур өлөш. Спортсылар тиҙ арала аҡсаларын алһын, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостанда Паралимпиадалағы миҙалдар өсөн түләнгән аҡса Олимпиаданыҡынан айырылмай. Алтын яулағанға – ике миллион һум, көмөш өсөн – 1,5 миллион һәм бронза өсөн бер миллион һум түләнә. Тренерҙар был сумманың яртыһын аласаҡ.
Бынан тыш, спортсыларыбыҙ илгә ҡайтҡас, Радий Хәбиров улар менән осрашырға теләк белдерҙе.
Быйыл проблемалар булмаһын өсөн
Яйлап ҡына көҙ ҙә килеп етте. Ҡапыл көндәрҙең һалҡынайтып ебәреүе коммуналь хеҙмәттәр алдында ҡышҡы йылытыу миҙгеленә әҙерлекте тиҙерәк тамамлау бурысын ҡуя. Кәңәшмәлә был турала ентекле һөйләшеү булды.
Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Алан Марзаев белдереүенсә, әле Башҡортостандың район һәм ҡалалары йылытыу миҙгеленә 88 процентҡа әҙер. Шул уҡ ваҡытта тораҡ йорттар әҙерлеге 93,5 процент тәшкил итә.
– 15 сентябргә тиклем барлыҡ муниципалитеттар әҙерлек паспорттарын теркәп бөтөргә һәм йылыны бирергә әҙер булырға тейеш, – тине Алан Марзаев. Шулай уҡ кәңәшмәлә Өфөнөң дә ҡышҡы миҙгелгә әҙерлеге тикшерелде.
Радий Хәбиров быйыл йылылыҡҡа бәйле хаҡтар буйынса былтырғы хәлдәргә юл ҡуймаҫҡа ҡушты. Бының өсөн ул Өфө ҡалаһы хакимиәтенә ҡышҡы миҙгел буйынса махсус штаб булдырыу бурысын ҡуйҙы. Штабтың бурысы – былтырғы ҡыш булған проблемаларҙы һәм халыҡтың ресурс менән тәьмин итеү ойошмаларына ялыуҙарын булдырмау. Шулай уҡ ҡарҙы таҙартыу буйынса мәсьәләләр ҙә ошонда хәл ителергә тейеш. Өфөләрҙең ошоға бәйле проблемаларын ваҡытында хәл итеү өсөн берҙәм телефон номеры булдырыласаҡ. Штаб 13 сентябрҙән дә һуңға ҡалмай эшләй башларға тейеш. Унда ҡала хакимиәте вәкилдәренән тыш ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмалар һәм Республикаға идара итеү үҙәге белгестәре лә йәлеп ителәсәк.
Билдәле булыуынса, йәйге осорҙа беҙ тик эҫе һыу менән тәьмин итеү өсөн генә түләйбеҙ. Ә йылытыу миҙгеле башланғас, квитанцияла “йылылыҡ” юлы ла барлыҡҡа килә. Түләү дөйөм йорт иҫәп алыу приборҙары күрһәткесенә таянып йәки файҙаланыу нормативтарына ҡарап билдәләнәсәк.
Коммуналь хеҙмәттәр биреү ҡағиҙәләренә ярашлы, йылытыу миҙгелен башлау тураһындағы ҡарарҙы муниципалитет башлығы ҡабул итә. Бының өсөн һауа температураһы биш көн рәттән һигеҙ градустан түбәнерәк торорға тейеш. Ғәҙәттә, был сентябрь аҙағы, октябрь баштарына тура килә. Йылытыу миҙгеле шул осорҙа башланыр тип күҙаллана.
Ялыуҙар шунда уҡ ҡарала
Белем биреү учреждениеларында яңы уҡыу йылы, уның менән бергә мәктәп туҡланыуы осоро ла башланды. Был тема даими рәүештә Хөкүмәт кәңәшмәһендә күтәрелә һәм айырым иғтибар аҫтында тора. Кисә лә республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев ҙур доклад менән сығыш яһаны.
Министр белдереүенсә, мәктәп туҡланыуын ойоштороу буйынса булған барлыҡ иҫкәрмәләр һәм ялыуҙар урынға сығып, ентекләп тикшерелгән, уларҙың сәбәптәре асыҡланған һәм етешһеҙлек юҡҡа сығарылған.
Былтыр, билдәле булыуынса, был тәңгәлдә бер ни тиклем проблемалар булды. Алексей Гусев уларҙың сәбәптәрен аңлатты.
– Етди һәм киң таралған етешһеҙлектең береһе мотлаҡ ярымфабрикаттарҙа эшләү өсөн тәғәйенләнгән сеймалды әҙер була яҙған аҙыҡ-түлек блогында файҙаланыу ине. Былай булырға тейеш түгел, һәм ул санитар ҡануниәткә ҡаршы бара, – тине министр.
Ата-әсәләрҙең мәктәп менюһына ҡарата ла иҫкәрмәләре булыуын иҫәптә тотоп, технологтар, табип-диетологтар һәм табип-гигиенистар яңы меню эшләне, уны мәктәптең ата-әсәләр комитеты ҡараны. Уны раҫлағандан һуң тәүҙә Гигиена һәм эпидемиология үҙәге, аҙаҡ Роспотребнадзор идаралығының ыңғай ҡарары алынған.
Былтырҙан алып балалар туҡланыуын ойошторған саҡта уларҙың сәләмәтлеге тураһында мәғлүмәттәр ҙә иҫәпкә алына. Мәҫәлән, шәкәр диабеты, фенилкетонурия менән сирләгән балалар өсөн меню эшләнгән. Бында был сирҙәрҙе яҡшы белгән махсус белгестәр ҡатнашҡан.
– Быйыл да беҙ мәктәп уҡыусылары туҡланыуын ойоштороуҙы мөмкин булғанса асыҡ һәм үтә күренмәле итеү өҫтөндә эшләйбеҙ. Элеккесә көн һайын мәктәп сайтында рацион, меню фотолары баҫыласаҡ, бешереүҙә файҙаланылған аҙыҡ-түлек тураһында мәғлүмәт биреләсәк, – тине Алексей Гусев. – Тулы кимәлдә ГИС системаһындағы “Башҡортостанда берҙәм белем биреү мөхите” программаһы эшләй башлаясаҡ, унда ата-әсәләр шәхси кабинет аша туҡланыу сифатын контролдә тота аласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, башланғыс класс уҡыусылары һәм ташламалары булған категориялар мәктәптә бушлай туҡлана.
Министр белдереүенсә, 2 сентябрҙән туҡланыу сифатын баһалау өсөн мәктәптәргә планлы барыуҙар тергеҙелгән. Граждандарҙың барлыҡ мөрәжәғәттәре, шул иҫәптән социаль селтәрҙәгеһе лә оператив рәүештә тикшереләсәк.
“Пушкин картаһы” – яҡшы башланғыс
Бөтә илдәге кеүек үк, Башҡортостанда ла “Пушкин картаһы” программаһы эшләй башланы. Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдереүенсә, бөгөнгә ҡарата уны 15 мең самаһы йәш кеше теркәгән дә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ил Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған был мәҙәни проектты популярлаштырырға ҡушты.
– Бик яҡшы проект, беҙҙең йәштәр мәҙәни яҡтан үҫешергә тейеш. Бында район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары ла ҡушылһын, быға арнап брифинг ойошторорға, уның тураһында күберәк һөйләргә, йәштәргә белдерергә кәрәк, – тине Радий Фәрит улы.
Әминә Шафиҡова йәнә бер тапҡыр был карта менән нисек файҙаланыу тураһында һөйләне. Ул 14 йәштән 22 йәшкә тиклемге кешеләргә бирелә. 1 сентябрҙән алып “Пушкин картаһы”н ала башларға була. Картала 3 мең һум аҡса ята. Уның буйынса быйыл карта хужаһы бөтә Рәсәй буйынса мәҙәни сараларҙа ҡатнаша ала. Киләһе йылда был сумма 5 мең һум буласаҡ. Аҡсаны мәҙәни ял өсөн файҙаланырға ярай, тинек. Уға ярашлы музей, театр, галерея, филармония, консерватория һәм башҡа мәҙәни учреждениеларға билет һатып алырға мөмкин.
– Башҡортостанда был проектта 350 меңдән ашыу кеше ҡатнашыусы була ала. Йәштәр хәҙер билет хаҡы тураһында уйланмай ғына театр, филармониялар һәм музейҙарға бара ала. Беҙ быға бик шатбыҙ. Мәҙәниәт учреждениелары өсөн был проектта ҡатнашыу – саҡырыу һәм ҙур яуаплылыҡ, сөнки уларға йәштәрҙе йәлеп итеү өсөн яңы, заманса проекттар уйлап табырға, үҫеш өсөн яңы идеялар эҙләргә тура киләсәк, – тине Әминә Шафиҡова. – Йәштәр был идеяны бик ыңғай ҡабул итте. “Пушкин картаһы” программаһы эшләй башлау менән республиканың мәҙәни учреждениеларына билеттар алынды. Йәштәр программала әүҙем ҡатнашыр һәм сараларға ихлас йөрөр тип ышанабыҙ.
Бынан тыш кәңәшмәлә йәштәр сәйәсәте темаһы ҡаралды, Хөкүмәт структураһына индерелгән үҙгәрештәр тураһында һүҙ булды.
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.