Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Июнь 2021, 14:36

Республикала һауа +37 градусҡаса йылына

Башҡортостанда алдағы көндәрҙә ныҡ эҫе була

Синоптиктар фаразынса, шишәмбе, 29 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ 31-36 градус була.
Шаршамбы, 30 июндә, урын менән бер аҙ ямғыр яуа, көндөҙ йәшен. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, йәшен йәшнәгәндә елдең көсәйеүе ихтимал. Температура төндә 17-22, көндөҙ 32-37 градус.
Кесаҙна, 1 июлдә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен, урыны менән ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 18-23, көндөҙ 29-34 радус булыуы көтөлә.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Ксения Калинина
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас: