Йыйын асылыу тантанаһында район хакимиәте башлығы урынбаҫары Р. Вәлинуров, Ҡариҙел һәм Асҡын райондары буйынса хәрби комиссар А. Аксенов, мәғариф бүлеге начальнигы З. Нәжметдинова ҡатнашты. Улар Ватандың буласаҡ һаҡсыларына яҡшы кәйеф, рух һәм физик ныҡлыҡ, сыҙамлыҡ теләне.