Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Май 2021, 12:15

Ҡариҙел йәшелләнә

Төҙөкләндерелгән биләмә – һәр торлак пункттың визит карточкаһы. Ҡариҙел ауылының төп урамында ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртыла

Әҙерлек эше яҙ башында уҡ башланды, ошо ваҡыт эсендә Ҡариҙел ауылы территорияһында Өфөнән ландшафт дизайнеры Л. Шәйҙуллина эшләне. Ул район үҙәген йәшелләндереү проектын төҙөнө. Лилиә Фердинанд ҡыҙы – үҙ эшенең оҫтаһы. Был һөнәргә ул беҙҙең илдә генә түгел, ә унан ситтә лә уҡып өйрәнгән.
26 майҙа Ленин урамында беренсе 20 ағас – алмағастар һәм ҡыҙыл талдар утыртылды. “Дан аллеяһы” скверы эргәһендә декоратив алмағасты ултыртыуҙа район хакимиәте башлығы А. Шәйҙуллин һәм уның урынбаҫары Р. Вәлинуров ҡатнашты. Беҙҙең яҡ өсөн ғәҙәти булған шыршы, йүкә, миләш һәм Канада сағандарын ултыртыу йәшелләндереүҙең икенсе этабы буласаҡ, ошо уҡ ваҡытта ултыртыу материалын беҙҙең урмандарҙа үҫкәнен дә алырға йыйыналар.
Өсөнсө этапта 200-ҙән ашыу декоратив ҡыуаҡ утыртыласаҡ.
Люция Карамова.
Ҡариҙел районы.
Читайте нас: