Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Йәмғиәт
20 Май 2021, 11:15

Асҡындар “Ҡатын-ҡыҙ бәхете территорияһы”нда ҡатнаша

Бөгөн һәм иртәгә Өфөнөң “Торатау” Конгресс-холында “Ҡатын-ҡыҙ бәхете территорияһы” Бөтә Рәсәй асыҡ академияһы үтә. Был мәртәбәле сарала беҙҙең райондан Асҡын 2-се балалар баҡсаһы мөдире, райондың балалар хоҡуҡтары буйынса вәкәләтле вәкиле Лариса Мөхәмәтшина, район хакимиәте финанс идаралығының финанс контроле буйынса сектор мөдире, алға киткән ата-әсәләр клубы ағзаһы, район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Наталья Пушкарева һәм шәхси эшҡыуар, күп балалы әсә Гөлназ Пихтовникова ҡатнаша.

Ҡатын-ҡыҙ бәхете территорияһы» асыҡ академияһы республикабыҙ ҡатын-ҡыҙҙарына хеҙмәтләндереүҙең төрлө өлкәләрендә яңы, файҙалы белем биреү буйынса республика күләмендәге белгестәр менән аралашыу мөмкинлеге булдырыу маҡсатында ойошторолғайны. Ул беренсе тапҡыр бөтә Рәсәй кимәлендә үтә һәм унда ил буйынса билдәле эксперттар, спикерҙар, ҡатын-ҡыҙҙар йыйылған. Сара ҡунаҡтары Ирина Муравьева, Оксана Пушкина, Арина Шарапова, Валентина Паевская, Арпине Саркисян, Регина Доктор үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ.
«Ҡатын-ҡыҙ бәхете территорияһы»нда ҡатнашыусыларҙы бай программа көтә: лекциялар уҡыла, “түңәрәк өҫтәл”дәр, оҫталыҡ дәрестәре, медицина буйынса консультациялар, экспресс-тестар ойошторола.
Илһөйәр Махатова.

Фотолар https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/141885.html һылтанмаһы буйынса алынды.
Читайте нас