Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Йәмғиәт
12 Май 2021, 11:34

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала аномаль эҫелек тураһында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостанда аномаль эҫелек тураһында иҫкәртте.

«13 майҙан 17-һенә тиклем республикала аномаль эҫе һауа торошо, уртаса һауа температураһының норманан 7 градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә. Һаҡ булығыҙ!» — тиелә ведомство белдереүендә.
Бынан алда Башгидрометүҙәктә был көндәрҙә һауа температураһының төндә +7, +13, көндөҙ иһә +23, +28-ҙән +25, +30 градусҡа тиклем күтәрелеүе тураһында хәбәр иткәйнеләр.
Белгестәрҙең мәғлүмәте буйынса, Башҡортостанға ҡоро антициклон Урта Азия сүллектәренән килгән.
Фото: Валерий Шахов
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас