+30 °С
Болотло


«Башҡортостан ир-егеттәренең форумы – беҙҙең тәүге ошондай сарабыҙ, — тип билдәләне «Ирҙәр ҡоро» рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров. — Бурысыбыҙ — ауылдарҙан, райондарҙан әүҙем ир-егеттәрҙе туплап, берлектә эшләү. Ойошмабыҙ һөҙөмтәле эшләһен өсөн эште системаға һалыу, аныҡ маҡсаттар билдәләү һәм шуларға бергәләп өлгәшеү мөһим. Төп йүнәлештәребеҙ айыҡ йәшәү рәүешенә, йәмғиәттә атайҙарҙың ролен күтәреүгә, райондарҙа ирҙәр ҡорҙары менән эште ойоштороуға ҡағыла.Ошо йүнәлештәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн бөгөн Башҡортостан ир-аттарының I ҡорона йыйылдыҡ».