Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Йәмғиәт
15 Апрель 2021, 05:53
Яңыртылған Совет ултырышы булды
Республика йортонда Хөкүмәт вице-премьеры Азат Бадранов рәйеслегендә Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы яңыртылған Милләт-ара мөнәсәбәттәр советы ултырышы булды.
Унда дөйөм Рәсәй граждан берҙәйлеген нығытыу, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы ойоштороу һәм дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу йәһәтенән милли-мәҙәни, диаспора ойошмалары, эксперт-ғилми берләшмәһе менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре тикшерелде.
Азат Бадранов, Совет ултырышын асып, тотош Рәсәй Федерацияһында, Башҡортостанда кеүек үк, милләт-ара татыулыҡ эске сәйәси тотороҡлолоҡтоң һәм граждандар берҙәмлегенең төп факторы булып тора, тип билдәләне. Уның әйтеүенсә, Башҡортостан халҡының күпселеге үҙҙәрен берҙәм Рәсәй милләтенең бер өлөшө итеп тоя. Ләкин был мәсьәләләр милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе ҡулайлаштырыу буйынса даими, көндәлек эш талап итә. Ошоға бәйле, 2011 йылда уҡ төҙөлгән һәм декоратив, “йоҡоға талған” институт ролен башҡарған Совет эшен үҙгәртеп ҡороуға ихтыяж бар. Бынан тыш, Башҡортостан Хөкүмәте милли-мәҙәни ойошмалар һәм диаспоралар лидерҙары менән эшкә ҡарашты ҡайтанан ҡарарға ниәтләй, сөнки Хөкүмәткә ошо йүнәлештә республика власының тейешенсә әүҙемлек күрһәтмәүе тураһында мөрәжәғәттәр бар.
Ултырышта шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Урал Килсенбаев сығыш яһаны. Ул халыҡ иҫәбен алыуға айырым иғтибар бирҙе. Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры милләт-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендәге соиологик тикшеренеүҙәр йомғаҡтары менән таныштырҙы.
Фото: bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"